Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2022, 04:06

Егеттәрҙең аҫылдары - Ватан һағында

 Аҫыл егеттәрҙең береһе - Түбәнге Һапаш ауылында тыуып үҫкән Фәнзил Кирәевтең әлеге ваҡытта Ватан алдындағы изге бурысын ҙур ғорурлыҡ менән үтәгән, йәғни һалдат һурпаһын татыған мәле генә. - Ҡораллы Көстәр сафына баҫыуы – үҙе үк ҙур мәртәбә, - ти Мәскәү янында Рәсәй гвардияһының автомобиль ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе һалдат.

Егеттәрҙең аҫылдары - Ватан һағындаЕгеттәрҙең аҫылдары - Ватан һағында
Егеттәрҙең аҫылдары - Ватан һағында

 Фәнзил бала саҡтан көрәш, саңғыла уҙышыу кеүек спорт төрҙәре менән мауығып, физик яҡтан сынығып үҫкән. Һапашта башланғыс мәктәпте, Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә 7-се класты тамамлағас, уҡыуын Күмертау ҡалаһы мәктәбендә дауам иттерә. Туғыҙынсы кластан һуң Күмертау ҡалаһындағы тау техникумына уҡырға инә. Бында автомеханик һөнәрен үҙләштереп, бер юлы урындағы ДОСААФ бүлексәһендә йөк машинаһы водителенә уҡып,ҡулына диплом һәм танытма ала. Үҙләштергән һөнәре егеткә армияла ҙур файҙаға була, водитель, автомеханик эшен ул ҙур теләк менән башҡара.

 Әйткәндәй, техникаға әүәҫлек  Фәнзилгә атаһы Фәнүр Фәнил улынан бирелгән (ул колхоздар гөрләгән саҡта алдынғы водитель, механизатор булған!-авт.). Әсәһен, Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәтендә 13 йыл эштәргә идара итеүсе вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән атҡарыусы Гөлназ Фәнил ҡыҙын, тирә-яҡта яҡшы беләләр. Шәхси хужалыҡ тотоп, үҙҙәре йәшәгән төбәктең ырыҫын арттырып йәшәүсе, өс балаға ғүмер бүләк иткән ата-әсә һөйөклө улдарын дүрт күҙ менән көтә.

 Яҡташыбыҙ хеҙмәтен уңышлы үтеп, тыуған йортона имен-аман ҡайтып инһен!  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас