

- Ул ваҡытта социалистик илдәрҙең “Варшава килешеүе” тигән хәрби блогы бар ине әле.
Венгрияға совет ғәскәрҙәре 1956 йылғы күтәрелештән һуң индерелгән. Шулай ҙа беҙ, ябай һалдаттар, ул ваҡытта хеҙмәтебеҙҙе Венгрия халҡына ҡарата “туғанлыҡ миссияһы” тип ҡабул итә инек, - ти Венгрияның Байя ҡалаһында сапер батальонында хеҙмәт иткән уҙаман. - Тарих менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ, венгр халҡының үҙҙәрен мадъярҙар тип атауын, уларҙың ата-бабаларының Көньяҡ Уралда йәшәгәндәрен белә инем. Шуға ла Венгрияла булғанда уларҙың телдәренә ныҡ иғтибар иттем. Донъялағы иң ҡатмарлы телдәрҙең береһе һаналған венгр телендә төрки һүҙҙәре лә һаҡланған. Мәҫәлән, алма, баҡа, гер әйдә (кил бында).
Венгрияның территорияһы бик үк ҙур түгел һәм шул ваҡытта уҡ инде һәр бер тораҡ пунктҡа сифатлы асфальт юл һалынған ине.
Беҙҙең часта төрлө милләт вәкилдәре хеҙмәт итте, айырыуса Башҡортостан егеттәре күп булды.
...Бер заман ҡарауыл хеҙмәтендә булғанда, постҡа барыр алдынан йоҡлап ятам. Уяттылар. Шул саҡ ҡолағыма таныш моң ишетелгәндәй тойолдо. Тиҙ генә ял итеү бүлмәһенә сыҡтым. Ә унда телевизорҙан Фәрит Бикбулатов йырлай. Биллаһи, үҙемде өйгә ҡайтып ингән һымаҡ тойҙом.
Фаил ағай армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белем ала. 1997 йылдан 2012 йылға тиклем Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы бүлегендә эшләй. Төрлө вазифалар биләй, байтаҡ ваҡыт бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор була. Эш буйынса Төньяҡ Кавказға командировкаға барырға ла тура килә. Оҙаҡ йылдар полиция бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әлеге ваҡытта Росгвардияның “Охрана” предприятиеһында эшләй. Ҡатыны Наталья менән өс бала үҫтергән, ҡыҙҙары баш ҡалала эшләй, бер улдары студент, икенсеһе мәктәп уҡыусыһы.