

...Бәләкәйҙән эшкә бөтмөр, уҡыуға әүәҫ үҫмер Мораҡ башҡорт гимназияһын 2016 йылда гел яҡшы билдәләргә тамамлай. Мәләүез индустриаль колледжында технологик ҡоролмаларҙы монтажлаусы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом алғас, 2020 йылдың көҙөндә ҙур теләк менән Ҡораллы Көстәр сафына баҫа. Риф Шәрифйән улына Рәсәй гвардияһының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тура килә. Яҡташыбыҙ РФ милли гвардия ғәскәрҙәренең көньяҡ-көнбайыш округындағы Жуков ордены менән наградланған махсус тәғәйенләнештәге 33-сө бригаданың хәрби часын һаҡлау бурысын ҙур намыҫ менән атҡара.
Рифтең әлегә эш урыны – Ямал ярымутрауында. Хеҙмәт яланында тәжрибә туплағас, насип булһа, киләсәктә тыуып үҫкән ерендә эшен дә, үҙ бәхетен дә табыр, тип ышанғы килә. Егеттең ата-әсәһе лә - эшһөйәр һәм киң күңелле Шәрифйән Ахун улы менән Әнисә Шәкирйән ҡыҙы улдарына аҡ өмөттәр бағлай. Ә ата-әсәнең өмөттәре, изге уй-теләктәре мотлаҡ бойомға ашырға тейеш!