

16 февралдә Дәүләт Думаһы депутаттары пленар ултырышта бер юлы өс уҡыуҙа хәрбиҙәрҙең пенсияһын индексациялау тураһында хөкүмәт закон проектын ҡабул итте.
«Пенсия күләме, ҡануниәттә ҡаралған төрлө механизмдарҙы ҡулланып, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 8,6 процентҡа арта», — тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһы сайтында.
Шулай уҡ документта 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона бюджетта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларға тиңләштерелгәндәрҙең аҡсалата тәьминәте дүрт процентҡа арттырыла тип билдәләнгән.
Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы ла ошолай уҡ индексацияланыуын әйтте.