Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2022, 10:35

Йөрәктәрҙә - афған яраһы

 Кисә генә илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде.  Район үҙәгендә лә совет ғәскәрҙәренең Афған еренән сығарылыуына 33 йыл тулыу уңайынан митинг үтте. Таң менән афғансылар, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың туғандары, яҡындары локаль һуғыштарҙа шәһит киткән яҡташтарыбыҙҙың исемдәре уйылған һәйкәл эргәһенә йыйылды.  Райондан 72 ир-егет шомло тауҙар иленең ҡырыҫлығын, аяуһыҙ һуғыштың әрнеү-ғазабын үҙ елкәһендә татый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәндә дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә...

Йөрәктәрҙә - афған яраһыЙөрәктәрҙә - афған яраһы
Йөрәктәрҙә - афған яраһы

Район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин афғансыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Сәйфуллин һәм үҙе исеменән ихлас тәбрикләп, тарихи үткәндәргә, илебеҙ сиктәрендә бөгөнгө хәл-торошҡа күҙәтеү яһап үтте.

 Урындағы хәрби комиссариат етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дим Хөсәйенов та йөрәктәрҙә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған һуғыштың тарихта тотҡан урынын, мәғәнәһен асыҡлап үтеп, яҡташ егеттәребеҙҙең бөгөн дә Ватан алдындағы бурысын ҙур яуаплылыҡ менән үтәүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 Запастағы майор, “Афғансы”район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәиз Хәлитов хәрби дуҫтарын - ил батырҙарын ихлас йөрәктән тәбрикләп: “Һеҙ йәштәр өсөн ҡаһарманлыҡ, намыҫ, илһөйәрлек өлгөһө. 33 йыл үтһә лә, утлы юлдарҙа күрһәткән батырлығығыҙ онотолмай, һәләк булғандарҙың исемдәре – халыҡ күңелендә”, - тине. Афғансыларҙы, башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ир-егеттәрҙе ойоштороу эштәренән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған пограничник Таир Назаровты ил сиге һағы ғәскәрҙәренә 100 йыл тулыу уңайынан миҙал менән бүләкләне.

 Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған ил батырҙары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынғас, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.

 Берсә моң-һағышлы хәтер көнөн, берсә иҫтәлекле көнгә бағышланған ҙур тантананы төҫмөрләткән әһәмиәтле сара Ватандың тоғро улдары, афғансылар адресына төбәлгән оло рәхмәт һүҙҙәре, уларға ҡарата тәрән ихтирам-хөрмәт, күңел йылыһы менән һуғарылды. Хәрби дуҫтар өсөн бер осрашып күрешеү, һис шикһеҙ, ҡанһыраған йөрәктәренә тамсы ғына булһа ла дауа, рухи ял булғандыр...   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас