Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2022, 10:25

Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ...

"...Мәле еткәс йәрәшәләр икән Йәйғор менән йәшен күктәрҙә..." Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы  

Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ...Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ...
Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ...
 
***
Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Түҙәме ни февраль бураны!
Күп кәрәкме инде!
Йылы ҡараш
Тойған буран һығ(ы)лып иланы.

Тәҙрәләрҙе берсә һырып алды,
Юлға ятып берсә туланы.
Туң йөрәген тотоп (туңмы икән?),
Ул ҡояштан былай һораны:

— Аһ, ҡояшым!
Ошо йөрәк менән
Нисек кенә, әйтсе, йәшәнем?
Ҡояш көлә!
Көлә...
Ә февралдең
Күҙҙәрендә һаман йәш әле.

(Яҙлығыуы микән яҙҙарымдың,
Наҙ көҫәүе микән күңелдең...
Өтөп алыр бер ҡарашың етте —
Яҙ һыуылай ярһып түгелдем.)

Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Бөрө тиртмәҫ тимә тирәктәр.
Ярһыу буран менән яҙ ҡояшын
Осраштырыу кемгә кәрәктер?

Мәңгелектең сере — мәңгелек шул,
Тәрән йомаҡ, төпһөҙ күлдәрҙәй.
...Мәле еткәс йәрәшәләр икән
Йәйғор менән йәшен күктәрҙә!
 

***
Күңелкәйем бөгөн иләҫ-миләҫ,
Үҙ-үҙемә үҙем хайранмын.
Ер йөҙөнә гөрләп яҙ килгәндә
Көтәм мин дә хистәр байрамын.


Өмөтләнеп бағам яҙҙарыма,
Наҙҙарыңа мохтаж саҡтарым.
Тамсы ғына һөйөү хисенә лә,
Йөрәгемде бирәм аҡтарып.


Яҙҙарымда мине ярат әле,
Танһыҡ хистән килә сәсәгем.
Мөлдөрәмә тулып хистәр, әйҙә,
Йөрәктәрҙән китһен сәселеп.


Сәселһен дә, әйҙә, сәскә атһын,
Йөрәктәрҙә һөйөү гөлдәре.
Күңелдәрҙә наҙлы хис уятһын,
Яҙҙарымдың иркә елдәре!

 

Ике алма
Әхмәр Үтәбайға
Ниҙәр генә уйлап, нигә юрап
Бүләк иттең икән пар алма?
Янған йөрәк шифа табыр микән
Алма һутын һалһам ярама?

Ни уйларға белмәй тәҙрәләрҙән
Оло юлға бағам.
Алмаға
Ниндәй теләк-нәҙер әйттең икән-
Билдәлелер бары Аллаға.

Ике ҡулда –ике алһыу алма,
Һалып киттең тәрән уйҙарға.
Төштә түгел, өндә алма биреп
Әйҙәүеңме икән ҙур юлға?

Ике алма-ике юлдың саты-
Тәгәрәне төшөп һикегә.
Оло юлға илтһә бер алмаһы,
Бер алмаһы тартты кирегә.
Бүленә (а)лмам тик шул икегә...

Ике ҡулда –ике алһыу алма,
Ә күңелдә –хистәр бураны.
Пар алмалар, тимен, бүләк итеп,
Бөтөнлөккә микән юраның?

Ике ҡулда –ике алһыу алма-
Был йомаҡты нисек сисергә?
Әйтер һүҙең һинең аңламаһам,
Таба (а)лмаһам яуап кисер, ә?

 

***

Тамылйырға торған, ай, тамсылай
Һинең миңә алҡа – бүләгең,
Алҡаларға төҫтәш булһын, тиеп,
Кейеп алдым зәңгәр күлдәгем.

Сәстәремде елгә таратайым,
Ел уйнатһын ебәк толомом.
Һинең өсөн, һөйөү өсөн тыуған
Мөхәббәттең тоғро ҡоломон.

Баҫыу иңләп үҫкән сәскәләрҙе
Ҡаҙайымсы өҙөп түшеңә.
Йән һөйгәнең һине генә һөйһә,
Нимә кәрәк тағы кешегә?

Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан
Моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ.
Һөйөүҙәргә үрелеп үтһә икән
Икәү атлар оло юлыбыҙ.

 

***
Һин йәшәгән яҡта ҡыш оҙон шул,
Яҙҙарың да килә һуңыраҡ...
Мин янғанда һин быҫҡыйһың ғына,
Йөрәгеңме әллә туңыраҡ?


Мин уянам, ә һин әле генә
Әүен баҙарына юл алдың...
Һеҙҙә ҡарҙар яуа бурап-бурап,
Ә беҙҙәме?
Боҙҙар ҡуҙғалды...


Арып-талып ҡайтһам эштәремдән,
Һинең көнөң яңы башлана...
Һиңә тиеп өҙгән сәскәләрҙе
Һулыған, тип, берүк ташлама...


Минең төндәр йондоҙ баҙлатҡанда
Һеҙҙә әле зәңгәр эңерҙәр.
Һин янғанда һөйөү уттарында
Ярһыуҙарым инде кәмерҙәр...


Мин уңышын йыям көҙҙәремдең,
Һеҙҙә алма яңы аллана...
Һинең йәшлек яңы сәскә ата-
Минең сәстәр инде саллана...

Автор фотолары.

Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ...
Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ...
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас