Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2022, 04:49

Күмәк саралар үткәреү тыйыла

Был COVID-19 таралыу хәүефенә бәйле.

Күмәк саралар үткәреү тыйылаКүмәк саралар үткәреү тыйыла
Күмәк саралар үткәреү тыйыла

Өфөлә һуңыраҡ ваҡытҡа һәм махсус күрһәтмәгә тиклем фестивалдәр, смотрҙар, конкурстар һәм физкультура сараларын уҙғарыу күсерелә. Был COVID-19 таралыу хәүефенә бәйле.

Тейешле ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡул ҡуйған.

Бынан тыш, махсус бойороҡҡа тиклем «30-ҙан ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләгән йәки саҡырылған хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын һәм башҡа күмәк саралар уҙғарыу тыйыла», тип билдәләнә документта.

Шулай уҡ махсус бойороҡ сыҡҡансы «граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороуҙан (уларҙың ризалығы буйынса») тыйылып торорға кәңәш ителде.

Автор:
Читайте нас