Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2022, 04:05

"Әҙәби альманах донъя күрҙе"

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмәһенең ойошторолоуына быйыл өс йыл тула. Ошо өс йыл эсендә, киҙеү сикләүҙәренә эләкһәк тә, берекмә эшмәкәрлеге ярайһы уҡ емешле булды. 2021 йыл аҙағында иһә бер төркөм ҡәләм оҫталарының – берекмәнең рус әҙәбиәте бүлеге етәксеһе Алһыу Хәлитова, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаттары Хәким Алсынбаев, Тәлғәт Ишемғолов, Айгөл Айытҡолова, Ғәлиә Әлимғужина, рус телендә ижад итеүселәр - “Кугарчинские вести” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Нәйлә Кушнерова, ошо уҡ гәзит хеҙмәткәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреты, бихисап конкурстар еңеүсеһе  Мария Васильева –Псәнчина, “Мораҙым” гәзитенең даими авторы, уҡытыусы Сания Вәлитоваларҙың ижад емештәре һәм  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Ҡоростан ҡойолған хәтер” конкурсы  еңеүселәре Побоище мәктәбенең өсөнсө класс уҡыусыһы Роман Максимов, Воскресенск мәктәбенең етенсе класс уҡыусыһы Полина Феофанованың яҙма эштәре индерелгән “Әҙәби альманах” донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзалары тарафынан  тикшереү үтеп, хуплау тапҡан ҡулъяҙмалар ғына индерелеүе “Әҙәби альманах”тың әҙәбиәт донъяһында үҙ урынын лайыҡлы биләүе тураһында һөйләй.

"Әҙәби альманах донъя күрҙе""Әҙәби альманах донъя күрҙе"
"Әҙәби альманах донъя күрҙе"

  Берекмәнең сираттағы ултырышында ла әҙәби жанр төрҙәре тураһында төплө, йөкмәткеле фекер алышыу булды. Хәҙерге көндә Себер тарафтарында эшләп йөрөгән шағир Хәким Алсынбаевтың ижади багажы тағы ла тулыланыуы һоҡландырҙы. Тыуған яҡтан сараһыҙлыҡтан алыҫҡа китеп, яҡындарыңды һағыныу, юҡһыныу, сит ергә ерһенә алмау тойғоһо сағыла уның һуңғы әҫәрҙәрендә. Гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә Хәкимдең яңы шиғырҙары донъя күрер тип ышанабыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер авторҙарҙың ҡулъяҙмалары (шиғыр һәм хикәйә тип нарыҡланған яҙмаларҙың) әҙәби жанр төрҙәренән ситләшеүе, төҙөлөшө яғынан әҙәби әҫәр (шиғыр, хикәйә) үлсәмдәренә тура  килмәү сәбәпле, уларҙың ризалығы менән, еренә еткереп эшкәртеү өсөн кире ҡайтарылды. Тимәк, киләһе йыйылышта тағы ла ҡулъяҙмалар ҡараласаҡ.

Район гәзите элек-электән шағирҙарға оло шиғриәт иленә юл ярыусы булып иҫәпләнә. Һис шикһеҙ, һәләтлеләргә, шиғри күңелле кешеләргә бай был тараф. Ижад осҡоно булған һәр кем тыуған яғының матурлығын данлап, уңған кешеләренә мәҙхиәләр, шиғырҙар бағышлай һәм ошо ижад емештәрен башҡаларға ла еткереү маҡсаты менән, әлбиттә, гәзиткә ебәрә. Әммә графоманлыҡ ярылып ятҡан авторҙарҙың күп булыуы хафаландыра. 

Нәфис әҙәбиәт иңебеҙгә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ, талаптар өҫтәй, яҙған әҫәрҙәребеҙ башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын биләрлек булһын ине.

"Әҙәби альманах донъя күрҙе"
"Әҙәби альманах донъя күрҙе"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас