

Ноғоман ағай хеҙмәт иткән батальон Кандагарҙа бер ай тора. Афғанстандың Герат провинцияһына ҡараған Шиндант ҡалаһындағы аэродромды һаҡлау ҙа улар иңенә төшә. Ғинуар-февраль айҙарында союздан беҙҙең үҙ йөрөшлө хәрби техника – машина- тракторҙар һәм, әлбиттә, танктар килтерелә. Ноғоман ағай хеҙмәт иткән рота илдең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм 19 районды берләштергән Ғәзни провинцияһын һаҡлай. Төп көстәр килеп еткәс, апрель айында уларҙы Ҡабулға, артабан ҡабат Кандагарға ебәрәләр. Күгәрсен егете “БМД” тип аталған хәрби десант машинаһын йөрөтә.
Ут эсендә йөрөгән егеттәр төрлө хәлдәргә йыш осрай. Йөк оҙатып, кире ҡайтып килгәндә гранатомет уты аҫтына эләгәләр. Икенсе тапҡыр танкҡа ҡаршы минаға эләгеп шартлағанда ла иҫән ҡала.
1981 йылдың аҙағында Ноғоман ағай сирләп китә. Ташкентта госпиталдә ятып, декабрь аҙағында тыуған өйөн ҡайтып төшә яугир-интернационалист. Уның тыныс тормоштағы ғүмере руль артында уҙған тиһәк тә була, оҙаҡ йылдар “Сельхозэнерго” ойошмаһында, “Етегән” кооперативында, 2000 йылдың октябренән алып Себерҙә “Сургутнефтегаз” ойошмаһында водитель булып эшләй.
Ҡатыны – Төпсән ауылы һылыуы Рәсимә апай менән өс бала үҫтерәләр: Илфаттары медицина университетын тамамлап, баш ҡалала Перинаталь үҙәктә эшләй, өйләнгән, кәләше менән ике бала үҫтерә; Наил Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алып, “Транснефть” йәмғиәтендә һөнәре буйынса тир түгә; Рузилә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, “Башнефть” ойошмаһында эшләй.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.