Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2022, 09:37

Ярҙамдан файҙаланып

 - Республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” ғәмәлгә ингәс тә, Теләүембәт ауыл биләмәһе унда әүҙем ҡатнашып, байтаҡ проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырҙы. Аҙнағол, Теләүембәт ауылдары, Черниговка, Прогресс утарҙары халҡы проект ярҙамында үҙҙәренең ауылдарын төҙөкләндерҙе: зыяраттарын кәртәләп алды, балалар, йәштәр өсөн спорт, уйын майҙансыҡтары йыһазландырҙы, урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһын хәл итте. Быйыл беҙҙең биләмәнән был проектта Теләүембәт ауылы ҡатнаша. Өйҙән-өйгә йөрөп халыҡ фекерен белешкәндән һуң, йыйылыш уҙғарылды, унда хоккей майҙансығын таҙартыу өсөн ҡар таҙартыу машинаһы алырға тигән ҡарарға киленде.  Эйе, беҙҙә халыҡ спорт ярата, ауылда хоккей майҙансығы булыу йәштәргә лә, балаларға ла ҡыш көндәре рәхәтләнеп конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға мөмкинлек бирә. Был өлкәлә уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ.  Ауылдың “Ҡыҙыл Байраҡ” хоккей командаһы район, район-ара ярыштарҙда призлы урындар яулап тора, - ти биләмә башлығы Рәфис Яппаров.  

Ярҙамдан файҙаланыпЯрҙамдан файҙаланып
Ярҙамдан файҙаланып

 - Республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” ғәмәлгә ингәс тә, Теләүембәт ауыл биләмәһе унда әүҙем ҡатнашып, байтаҡ проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырҙы. Аҙнағол, Теләүембәт ауылдары, Черниговка, Прогресс утарҙары халҡы проект ярҙамында үҙҙәренең ауылдарын төҙөкләндерҙе: зыяраттарын кәртәләп алды, балалар, йәштәр өсөн спорт, уйын майҙансыҡтары йыһазландырҙы, урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһын хәл итте.

Быйыл беҙҙең биләмәнән был проектта Теләүембәт ауылы ҡатнаша. Өйҙән-өйгә йөрөп халыҡ фекерен белешкәндән һуң, йыйылыш уҙғарылды, унда хоккей майҙансығын таҙартыу өсөн ҡар таҙартыу машинаһы алырға тигән ҡарарға киленде.

 Эйе, беҙҙә халыҡ спорт ярата, ауылда хоккей майҙансығы булыу йәштәргә лә, балаларға ла ҡыш көндәре рәхәтләнеп конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға мөмкинлек бирә. Был өлкәлә уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ.  Ауылдың “Ҡыҙыл Байраҡ” хоккей командаһы район, район-ара ярыштарҙда призлы урындар яулап тора, - ти биләмә башлығы Рәфис Яппаров.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас