

Сәлим Йәғәфәр улы 1960 йылдың 6 мартында Төпсән ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан ҡул менән бесән сабып, колхоз эшендә йөрөп буй еткергән үҫмер Күмертау 1-се мәктәп интернатында һигеҙенсе класты тамамлай. 1977 йылда Стәрлемаҡ ауыл хужалығы техникумының “Ветеринария” бүлегенә уҡырға инә. Бер йылдан әрмегә алынып,халҡыбыҙҙың күпме арыҫландай ир-егеттәрен “йотҡан” афған һуғышының да ҡасафатын үҙ елкәһендә татып, 1980 йылдың йәйендә иҫән-һау ҡайтып инә. Белемгә ынтылышлы егет уҡыуын дауам иттереп, 1983 йылда ҡулына диплом ала. Бар ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлай ул, хаҡлы ялға сыҡҡансы мал табибы булып эшләй.
Тормош һәм хеҙмәт юлын ҙур намыҫ менән үткән афғансының тирә-яҡта кешелекле, егәрле тигән даны бар. Утыҙ йылға яҡын ғүмер юлын бергә-бергә татыулыҡта һәм мөхәббәт-наҙҙа үткән Фәрхәнә Сәйфулла ҡыҙы өсөн ышаныслы тормош юлдашы ла, дүрт балаһы өсөн хәстәрлекле, өлгөлө атай ҙа ул яҙмабыҙ геройы. Матур пар балалары өсөн йән атып, уларҙы һөнәрле итер өсөн бар тырышлығын һалған. Изгелекле ата-әсә һаман да ғәзиздәре һәм ике ейәнсәре өсөн йән атып тора. Күпләп мал аҫрап, баҡса үҫтереп, үҙҙәре төйәк иткән Юлдыбай ауылына ырыҫ, бәрәкәт өҫтәп йәшәй улар.