

Ошо ауыл уҙаманы, яугир-интернационалист Мансур ағай Байғазаков йәшлегенә йәнә бер ҡайтып урағандай булғандыр: сара нәҡ уның ҡапҡа алдында һалдат ҡаршылау тигән театрлаштырылған тамашанан башланып китте.
Ауыл халҡын сәләмләгән район Советы секретары Руслан Әхмәров та, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов менән Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова ла сәлихтарҙың әүҙемлеген билдәләне һәм республика конкурсында еңеү яулауҙарын теләне. Район мәҙәниәт һарайы атртистары йыр-моңдары сараға йәм өҫтәне.