Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2022, 11:20

Матбуғат тарихында уның эҙе лә бар

90 йыллыҡ тарихҡа эйә район матбуғатында бик күп күп кешеләр үҙ эҙен ҡалдырған. Шуларҙың береһе -  ваҡытлы матбуғат һәм полиграфия ветераны Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы Тажетдинова. Алсаҡ, ихлас күңелле Фәйрүзә апай оҙаҡ йылдар типографияла эшләне. Төрлө эш шарттарында эшләргә тура килә уға, башта ҡул менән йыйыу машинкаларында эшләһә, заманса технологиялар барлыҡҡа килгәс, компьютерҙарҙы ауыҙлыҡланы. Үҙ һөнәрен төптән белгән, төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныусан, тәрән белемле, үҙ өҫтөндә даими эшләгән һәм камиллашҡан хеҙмәттәшебеҙ коллективта ғына түгел, ауылдаштары, райондаштары алдында ла ҙур абруй яуланы. Ошо көндәрҙә Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ихлас күңелле, оло йөрәкле ветераныбыҙға һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең тик шатлыҡ-ҡыуаныстарын ғына күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә насип булһын.  Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, йәшәү дәрте бирһен.

Матбуғат тарихында уның эҙе лә барМатбуғат тарихында уның эҙе лә бар
Матбуғат тарихында уның эҙе лә бар

Тормошто яратҡан кеше ул - Фәйрүзә апай. Гөрләтеп донъя көтә, балаларына терәк-таяныс булып тора, “Бәхетле күгәрсенкәй” төркөмөнөң иң әүҙем ағзаларының береһе лә ул. “Йәнбикә” фольклор ансамбле менән төрлө мәҙәни сараларҙа сығыш яһарға ла өлгөрә.

Ошо көндәрҙә Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ихлас күңелле, оло йөрәкле ветераныбыҙға һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең тик шатлыҡ-ҡыуаныстарын ғына күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә насип булһын.  Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, йәшәү дәрте бирһен.

Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,

Шатлыҡ менән килһен яңыһы.

Беҙ теләйбеҙ ғүмерҙәрҙең            

Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар

Юлдаш булһын инде ғүмергә!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас