

"Бөтәһе лә Иҙел буйында булһа ла, бер-береһе менән ҡырҡа айырыла ауылдар. Мәҫәлән, Һапаш халҡына йығылып ятып эшләргә генә булһын. Ҡош-ҡорт үҫтерә, мал-тыуар аҫрай, шыңғырлатып донъя көтә. Бер буш ваҡыттары юҡ тиергә була. Әле яҙ тыны ла сыҡмай, ә улар йөҙәр –иллешәр баш себеш ала; ер ирер-иремәҫтән картуф сәсә башлайҙар; көн йылытыр-йылытмаҫтан һарыҡ ҡырҡыуға тотоналар. Әле көҙ етмәгән, ә улар ҡаҙ өмәләре үткәреп, һуғым һуйып та ҡуялар. Шулай эшкә мөкиббән киткән кешеләр йәшәй унда. Иң күп фермерҙар ҙа Һапашта.
Юлбаш, Вәлит, мәҫәлән, бәләкәй ауылдар, үҙ-ара татыуҙар, дуҫтар. Ниндәй генә эш булһа ла, күмәкләп тотоналар, тиҙ арала атҡарып та сығалар.
Юлбаштар менән, ваҡытында социаль программалар ҙа юҡ ине әле ул, стелла эшләп ултырттыҡ. 14 кенә өйҙән 100 меңдән артыҡ аҡса йыйылды. Һәйбәтме? Һәйбәт. Ситтән дә йәлеп итеп, үҙебеҙ ҙә ярҙам итеп, эште атҡарып сыҡтыҡ. Ҙур ауылдарҙа әле программаларҙа ҡатнашып та, ул хәтлем аҡса йыя алмайбыҙ.
Яңы йылды ла бергәләшеп гөрләшеп үткәрә юлбаштар. Быйыл береһендә, киләһе йыл икенсеһендә. Үҙ-ара татыу халыҡ.
Вәлит тә ҙур ауыл түгел. Юлбаштар һымаҡ, улар ҙа берҙәм. Өмәләргә лә дәррәү сығалар, стелла эшләп ултырттыҡ, унда ла һәр кем дәртләнеп үҙ өлөшөн индерергә тырышты.
Хоҙайбирҙин халҡы, Шәһит Хоҙайбирҙин нәҫеленә тартҡандар микән, илһөйәр, телһөйәр булыуҙары менән айырыла. Олоһо ла, кесеһе лә минең ауылым, минең тыуған ерем тип кенә тора. Уларҙың кәртә-ҡураһында ул хәтлем кәзә-һарыҡ, мал-тыуар ҙа юҡтыр, әммә уларҙың күңелендә башҡортом, милләтем, халҡым, телем, илем, ауылым тигән тойғо көслө, рух көслө.
Ялсыла иһә, элек-электән административ үҙәк булғанғамы, үҙ баһаһын белгән халыҡ йәшәй. Мусиндар, Исмәғилевтар, Ишкининдар , Сабанчиндар, Ҡарағужиндар ҡатнашып, матур донъя көтәләр.
Киров утарында башлыса дача тотоусылар. Улар ҙа бик үҙенсәлекле халыҡ. Быйыл шундай ҡыҙыҡ хәл дә булды әле. Сәғәт төнгө ун икелә күрше Ковалевка (Көйөргәҙе районына ҡарай) яғында янғын башланған тигәстәре, шунда киттем. Китеп барһам, ике әбей, береһе – көрәк, береһе биҙрә тотоп алғандар, елдерләтә баҫып шул яҡҡа китеп ултыралар. “Ҡайҙа киттегеҙ?”- тейем тегеләргә, “Ут һүндерешергә”, - тиҙәр. Ололар, Яппарова Рабиға апай үҙенең апаһы менән шулай янғын мн көрәшергә китеп бара. Утарға барһам, бер кем ҡалмаған, бөтәһе лә Ковалевкаға ярҙамға киткәндәр. Иң ҡыҙығы нимәлә, янғын булған ерҙә Ковалевканан бер кем юҡ, ә беҙҙекеләр вис шунда. Янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, халыҡ кемеһе көрәк, кемеһе күнәк менән тигәндәй, утты таралырға бирмәй, тотоп торҙолар".
Автор фотолары.