

Ҙур ҡыҙҙары - Шәүрә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Саҡмағош районы мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытып, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың “Иң яҡшы уҡытыусы” гранттарына лайыҡ була, Әлифә ғүмер буйы Өфө моторҙар эшләү заводында эшләп, Рәсәйҙең атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе исемен ала, Зәлифә оҙаҡ йылдар Күгәрсен районының “Исем” совхозының алдынғы һауынсыһы булып, Башҡортостостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне исемен йөрөтә. Зөһрә оҙаҡ йылдар төҙөүсе булып эшләй, Зилә Күгәрсен районы “Октябрь” совхозының билдәле һәм алдынғы һауынсыһы була. Фәрғәт «Салауатнефтеоргсинтез» ойошмаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. 37 йыл ғүмерен мәғариф тармағына арнаған, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм мәғариф үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф һәм тәрбиә хеҙмәткәре” түш билдәһе менән бүләкләнгән Ләлә апай әлеге көндә Күмертау ҡалаһының политехник лицей-интернатында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа күрә, Ғәлиәкбәр бабай менән Ғәфиә инәйҙең өс улы яҡты донъяла юҡ инде, алты ҡыҙы - Зөһрә, Шәүрә, Әлифә, Зәлифә һәм игеҙәктәр - Ләлә, менән Зилә үҙ-ара бик татыу ғүмер кисерә. Ошо көндәрҙә Ләлә апай менән Зилә апай үҙҙәренең 6 тиҫтәһен ашатлай. Уларҙы оло ғүмер бапйрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!