Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2022, 09:49
Лауреаттар билдәле
Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияға быйыл беҙҙең элекке хеҙмәттәшебеҙ, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһы лауреаты, журналистика ветераны Роберт Собханғолов, даими авторҙарыбыҙҙың береһе, Күгәрсен ауылында йәшәп, татар телендә ижад иткән ижадташыбыҙ, үҙешмәкәр шағирә, ете китап авторы Зөлфиә Хәйбуллина һәм район мәҙәниәт һарайы методисы, йырсы Мәҙинә Рәхмәтуллина лайыҡ булды. Район һәм республика баҫмаларында һәм айырым китап булып донъя күргән әҫәрҙәре менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижади традицияларын дауам итеүгә, әҙәби мираҫын пропагандалауға, яҙыусының тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләре менән күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индереүселәр рәтен тулыландырған лауреаттарҙы ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ!
Лауреаттар билдәле
Фотолар редакция архивынан һәм асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Лауреаттар билдәле
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"