Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2022, 09:52

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме – 16 330 һум

1 ғинуарҙан республикала минималь эш хаҡы 16 330 һум тәшкил итә.

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме – 16 330 һумБашҡортостанда минималь эш хаҡы күләме – 16 330 һум
Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме – 16 330 һум

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 2022 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә ингән яңылыҡтар – социаль ярҙам сараларын күрһәтеү йәһәтенән үҙгәрештәр, минималь эш хаҡы күләме һәм йәшәү минимумы тураһында һөйләне.

«1 ғинуарҙан федераль законға ярашлы минималь эш хаҡы күләме 8,6 процентҡа артып, 13 890 һум тәшкил итте. Быны Урал коэффициентына ҡабатлағас, билдәле бер сумма килеп сыға. Әммә беҙҙең республикала эш биреүселәр һәм профсоюздар менән федераль МРОТ менән сағыштырғанда ҙурыраҡ дәүмәл — 14 200 һум тураһында һөйләшеп килештек. Шуныһы мөһим: 1 ғинуарҙан республикала, минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә ярашлы, уның күләме — 16 330 һум тәшкил итә», — тине министр.

Автор:
Читайте нас