

Әлеге прокурор Альфред Ғәлиәкбәров та уны тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай.
- Бөтә республика буйынса иң өлкән стажлы водитель ине ул. Уның һымаҡ оҙаҡ йылдар эшләгән кеше булмағандыр. Хеҙмәт юлын башлаған саҡта әле машина ла булмаған, атта йөрөгәндәр. Шул дәүерҙе лә күргән хеҙмәткәр булараҡ ҡына ла ул оло ихтирамға лайыҡ кеше. Унға яҡын прокурор алмашынған ул эшләгән ваҡытта. Ғәҙәттә, яңы етәксе менән бергә водителдәр ҙә алмашына бит инде. Ә Нәжип Нәҡип улы үҙенең таҙа булмышы менән барыһының да ихтирамын, һәм иң мөһиме, ышанысын яулай алған.
Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән кешегә талаптар бик юғары. Әйтергә кәрәк, әгәр тәбиғәттән һиңә ошо өлкәне күтәрерлек холоҡ-фиғел, сифаттар һалынмаған икән, хеҙмәт юлын үтеү үтә лә ҡатмарлы йәиһә бөтөнләй мөмкин дә булмаясаҡ.
Нәжип Нәҡип улы беҙҙең өлкән дуҫыбыҙ булғандыр. Бер ҡасан да хис-тойғоларға бирелеп, артыҡ һүҙ һөйләмәгән, сер һаҡлай белгән, яуаплы, иң мөһиме намыҫлы, көслө ихтыярлы, ғәҙел кеше ине.
Беҙ, уның коллегалары, уны һәр ваҡыт яҡшы яҡтан ғына иҫкә алабыҙ, - ти Альфред Энгельс улы.