Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраля 2022, 03:41

Февралгә һынамыштар

*Февралдә буранлы икән – август ямғырлы, ужым игене уңа тигән һүҙ. *Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.  *Февраль – бүреләрҙең туй айы. Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.  

Февралгә һынамыштарФевралгә һынамыштар
Февралгә һынамыштар

*Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр. 
*Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа, тип әйтә», — имеш, ти. 

*Февралдә буранлы икән – август ямғырлы, ужым игене уңа тигән һүҙ.

*Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай. 
*Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә. 
*Февраль – бүреләрҙең туй айы. Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.

*Ҡыш көнө тоҙ еңешләнһә, ҡар яуа.

*Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас