Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2022, 07:16

Февралдә һауа торошо нисек була?

Синоптиктар нимә фаразлай?

Февралдә һауа торошо нисек була?Февралдә һауа торошо нисек була?
Февралдә һауа торошо нисек була?

Ай башында һауа температураһы -2...-3 градустан түбән төшмәй, ә көндөҙ 0... +1 градусҡаса йылыта. Был осорҙа көслө ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Икенсе аҙнанан температура нормаға килә: төндә -15... -17, көндөҙ -9... -13 градус була. Башлыса ҡояшлы һауа торошо көтөлә.

Айҙың тәүге яртыһында республиканың көнбайышында яуым-төшөм көтөлә, һуңынан һыуыҡ һәм ҡояшлы була. Көнсығыш райондарҙа ла ошондай уҡ хәл.

Көньяҡта һыуығыраҡ була. Ай башында һауа температураның плюс билдәһенә етеүе көтөлмәй.

Өфөлә 5 февралгә тиклем ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, көндөҙ йылы, төндә иһә -1 градус ҡына булыуы көтөлә. Артабан синоптиктар төндә -13, -15, көндөҙ -9, -11 градус һалҡын була тип вәғәҙәләй.

Автор:
Читайте нас