Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2022, 04:27

Алдағы көндәрҙә томан, боҙлауыҡ

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң үҙгәреүе хаҡында иҫкәрттеләр.

Алдағы көндәрҙә томан, боҙлауыҡАлдағы көндәрҙә томан, боҙлауыҡ
Алдағы көндәрҙә томан, боҙлауыҡ

Алдағы тәүлектең аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар. Айырым райондарҙа төндә һәм иртән томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -21,-26, көндөҙ иһә -8,-13 градус. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, ҡар, томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, төндә һәм иртән урыны менән томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр. Һауа температураһы төндә -19,-21, ҡала үҙәгендә -14, көндөҙ -9,-11 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Автор:
Читайте нас