Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2022, 10:04

Телһөйәр ҡыҙ

2020-2021 уҡыу йылында Мораҡ Башҡорт гимназияһын бик тырыш уҡыусылар тамамланы.Уларҙың араһында Түләбай ауылы ҡыҙы Аҡкилдина Сабина ла бар ине.  Хәҙер ул - Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле” бүлеге студенты.

Телһөйәр ҡыҙТелһөйәр ҡыҙ
Телһөйәр ҡыҙ

Һөнәр һайлау - кеше тормошондағы иң әһәмиәтле мәсьәләләрҙең береһе. Ғүмерлек һөнәрҙе дөрөҫ һайлау, әлбиттә, бик мөһим эш.

 Юғары класс уҡыусылары алдында һә саҡ “Киләсәктә кем булырға?”- тигән бик ҡатмарлы һорау тора. Кемдер үҙен табип, инженер йәки нефтсе итеп күрә.Ҡайһы бер уҡыусылар яңы барлыҡҡа килгән  һөнәрҙәргә эйә булырға тырыша. Кемдер ата-әсәһенең юлын дауам итергә уйлай.

 2020-2021 уҡыу йылында Мораҡ Башҡорт гимназияһын бик тырыш уҡыусылар тамамланы.Уларҙың араһында Түләбай ауылы ҡыҙы Аҡкилдина Сабина ла бар ине. Тырыш ҡыҙ мәктәптә уҡыу йылдарында  гуманитар фәндәрҙе бик яратып уҡыны. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, туған тел һәм әҙәбиәт, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ныҡлап әҙерләнеп, тик яҡшы билдәләргә өлгәште.Тырыш уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнашып, беренсе урындарға лайыҡ булды.11-се класта уҡығанда район намыҫын республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла лайыҡлы яҡланы.

 Сабина рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү һәм математика фәндәренән берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, яҡшы балл йыйҙы.

 Юғары белем алыу өсөн ул Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын һайланы.Университеттың үҙендә башҡорт  теле һәм әҙәбиәттән имтиханды уңышлы тапшырҙы. Бөгөнгө көндә ул башҡорт һәм төрки филологияһының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле” бүлеге студенты.

 Сабинаға был уҡыу йортонда белем алыу бик оҡшай, ул тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә. Ҡышҡы сессияны ул тик “5”-кә генә тапшырған.

 Телһөйәр ҡыҙға артабан да тик уңыштар ғына теләйбеҙ!

Физәлиә НУРМӨХӘМӘТОВА, Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас