Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2022, 05:10

Матур тормош юлы уҙған...

 Һуғыш алдынан тыуған сабыйҙар – хәҙер инде олпат йәшкә еткән инәй-бабайҙар... Уларҙың ҡайһыһына ата-әсәһенә наҙланып, иркәләнеп кенә үҫергә насип булды икән?! Иркәләнеп-наҙланыу ғына түгел, йүнләп тамаҡтарын туйҙырырға ла яҙмаған әле уларға... 1938 йылда Үрге Сирбай ауылында донъяға килгән Әҙелбаев Хәйҙәр Йомабай улына ла йәштән тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ татырға тура килә. Иң оло ағаһы Миңлеғәле һуғыш яланында ятып ҡала. Атаһы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн колхоз эшенә егелә. Ул вафат булғанда Хәйҙәр бабайға ни бары 10 ғына йәш була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмер әсәһенән дә бик иртә – 15 йәшендә генә тороп ҡала. Апалары Өмбикамал менән Ғәйникамал, ағаһы Миңнияр, еҙнәләре ҡулында тәрбиәләнеп, егет ҡорона инә ул.   Бик матур тормош юлы үтә һуғыш балаһы... Хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда алдынғы эшсән һанала, комбайнсы, ҡыш быҙау ҡараусы, һуңынан келәт мөдире булып эшләй. Юлдыбай ауылы ҡыҙы Рәхимә Һибәт ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 5 балаға - дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирәләр.  

Матур тормош юлы уҙған...Матур тормош юлы уҙған...
Матур тормош юлы уҙған...

Хәҙер инде 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да ҡул ҡаушырып ҡына ултыра алмай Хәйҙәр Йомабай улы: балаларына мал ҡараша, ҡар көрәргә ярата, башҡа йорт мәшәҡәттәрендә ярҙам итә. Әлеге көндә ул Үрге Сирбай ауылында ҡыҙы Гүзәл һәм кейәүе Илшат Хәйруллиндар менән бергә йәшәй.

Һуғыш балаһына ғәмһеҙ, бәхетле бала саҡ күрергә насип булмаһа ла, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙған: бөтә балалары ла уның өсөн өҙөлөп тора. Хәйҙәр бабайға тағы ла бик күп йылдар уларҙың күңел йылыһын, хәстәрен, наҙын тойоп йәшәргә насип булһын!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас