Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2022, 10:55

Үкенесле сер

Бүтән йоҡлап китә алмаҫын аңлаған Лилиә, түшәгенән тороп, йомшаҡ тапочкаһын аяғына кейҙе лә, аш бүлмәһенә үтеп, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Үҙе тәҙрә аша тышты күҙәтте. Елпеп кенә яуған ҡар бөртөктәре, әйтерһең, фонарь яҡтыһында тылсымлы бейеү башҡаралар. Уларҙы күҙәтеү - үҙе бер кинәнес. Бар донъяны сафлыҡҡа күмгән был бейеүселәр бары Лилиәнең генә күңел яраһына дауалай алмайҙар. Ҡайнағанын белгертеп, сәйнүк һыҙғырып ебәрҙе, тертләп китте. Ярҙамы теймәҫме тип, үлән сәйен төнәтте. Сынаяғына сәй яһаны ла тағы ла тышты күҙәтә башланы. Эҫе сәй Лилиәнең өшөгән тәнен йылытһа ла, боҙ булып туңған күңелен йылыта алманы.

Үкенесле сер
Үкенесле сер

Ҡоластарын йәйеп ҡаршы алған әсәһен йүгереп барып ҡосаҡланы ла Лилиә, һағыныуына түҙә алмай, үкһеп-үкһеп илап ебәрҙе. Үҙенең илауына ҡапыл уянып киткәс тә, был ваҡиғаның ни бары төш кенә булыуына ҡарамаҫтан, кире бик оҙаҡ йоҡлап китә алмай яфаланды. Һуңғы арала әллә ниңә күңеле болоҡһой. Етмәһә, тормош иптәше Фәнүр оҙайлы командировкала. Игеҙәк улдары Фәнис менән Рәмис, Мәскәү ҡалаһына уҡырға ингәндән бирле, өсөнсө йыл баш ҡалала йәшәйҙәр. Фәнүре командировкаға китһә, Лилиә үҙенә урын тапмай. Яңғыҙлыҡты яратмай ул.

 Бүтән йоҡлап китә алмаҫын аңлаған Лилиә, түшәгенән тороп, йомшаҡ тапочкаһын аяғына кейҙе лә, аш бүлмәһенә үтеп, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Үҙе тәҙрә аша тышты күҙәтте. Елпеп кенә яуған ҡар бөртөктәре, әйтерһең, фонарь яҡтыһында тылсымлы бейеү башҡаралар. Уларҙы күҙәтеү - үҙе бер кинәнес. Бар донъяны сафлыҡҡа күмгән был бейеүселәр бары Лилиәнең генә күңел яраһына дауалай алмайҙар. Ҡайнағанын белгертеп, сәйнүк һыҙғырып ебәрҙе, тертләп китте. Ярҙамы теймәҫме тип, үлән сәйен төнәтте. Сынаяғына сәй яһаны ла тағы ла тышты күҙәтә башланы. Эҫе сәй Лилиәнең өшөгән тәнен йылытһа ла, боҙ булып туңған күңелен йылыта алманы.

 1988 йыл. Лилиә Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йортона уҡырға инеү бәхетенә иреште. Ата-әсәһенең өмөтөн аҡлай алғанына ҡыуанып бөтә алмай, аяҡтары ергә теймәй, осоп йөрөгән сағы. Үҙе йәш, үҙе ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ һылыу, үҙе баҫалҡы, итәғәтле ҡыҙ күп егеттәргә оҡшай ине. Ни тиһәң дә баҫалҡылыҡ һәм итәғәтлелек һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә тартып тора шул. Әммә Лилиә тиңдәштәренә иғтибар итмәне. Сөнки ул тәү күреүҙән тарих уҡытыусыһы Әнүәр Халиҡ улына ғашиҡ булғайны. Дәрте ташып торған 43 йәшлек шаян уҡытыусыны яратыусылар күп булғандыр инде. Әммә ул да тап Лилиәгә иғтибар итте. Тыйылған мөхәббәт татлы була, тиеүҙәре дөрөҫтөр инде. Ғаиләле булыуына ҡарамаҫтан, улар йәшерен генә осраша башланылар. Дөрөҫөрәге, ҡауыштылар. Кино һәм театрҙарға барыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Белеп ҡалһалар, баштан һыйпамаҫтары билдәле. Коммунист булған Әнүәрҙе  эштән дә, партиянан да ҡыуасаҡтары көн кеүек асыҡ бит. Әммә мөхәббәт утында янған ғашиҡтарға ул да кәртә була алманы. Асҡысын ҡайҙан алғандыр, әммә дөйөм ятаҡтың тәүге ҡатында урынлашҡан, күп ваҡытта бикле торған буш бүлмә уларҙын һөйөү төйәгенә әүерелде. Эштә һуңға тиклем тотҡарланыуын ҡатынына нисек аңлатҡандыр, уныһы Лилиәгә сер булып ҡалды. Әммә улар бергә булғанда Әнүәренең биргән анттарына Лилиә ысын күңелдән ышанды. Яратҡан кешеһе уны нисек алдаһын инде! Был хәл ноябрь байрамынан мартҡа тиклем дауам итте. Мөхәббәтенән ҡанатланып осоп йөрөгән Лилиәне 8 март байрамынан ике көн алда ергә төшөргә мәжбүр иттеләр. Һуңғы осорҙа нишләптер күңеле болғана башлағайны, ул көндө лә дәрес ваҡытында башы әйләнеп, ҡолап киткән. Бер аҙ хәл инеүенә ҡарамаҫтан, саҡыртылған “Тиҙ ярҙам” машинаһы уны дауаханаға алып китте. Әммә тикшергән табип борсолорға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, шулай ҙа һеҙҙең хәлегеҙҙә һаҡланырға кәрәк, тине. Лилиә аптыраулы ҡарашын табипҡа төбәне. Ниндәй хәл?  Табип тыныс ҡына уны тиҙҙән әсәй булыуы менән ҡотланы. Лилиәнең  башына шаңҡыта һуҡтылармы ни!

Әсәһенә ни тиер инде?! Ә Әнүәре һуң ни эшләр? Уҡыуында белеп ҡалһалар, икеһе лә ҡыуыла бит! Бер ваҡытта башынан әллә нисә төрлө уй йүгерҙе.  Ятаҡҡа нисек ҡайтып еткәнен дә иҫләмәй. Әнүәре менән осрашыу ваҡытын саҡ көтөп алды.

- Һөйөклөм, ни булды? Ҡобараң осҡан бит?! - тип ҡаршы алды уны Әнүәре. Һүҙҙе ниҙән башларға белмәй бер аҙ уйланып торғандан һуң Лилиә тураһын әйтергә булды.

- Беҙҙең балабыҙ буласаҡ! - тине.

- Нисек балабыҙ була ?

- Нисек була һуң, шулай, табип әйтте.

- Ә һин ул баланы минән тип уйлайһыңмы?

- Һинән булмай һуң?! Һин бит минең тәүге яратып ҡауышҡан йәрем!

- Тәүгелеккә тәүгеһе лә ул. Һуңғыһы ла түгелмендер инде.

- Оятың етмәй нисек телең әйләнә һинең ошо һүҙҙәрҙе әйтергә?!

- Һинең турала бик күп насар һүҙҙәр йөрөй. Ышанғым килмәгәйне. Дөрөҫтө һөйләгәндәр икән. Белгең килһә, минең балам бер ҡасан да булмай, ҡатыным менән төрлө табиптарға йөрөнөк. Әммә һөҙөмтәһе булманы.

-Бәлки улар яңылышҡандыр?

-Мөмкин түгел! Шуға ла мин ҡурҡмайынса төрлө ҡыҙҙар менән йөрөйөм. Ошоға тиклем береһе лә минән бала таба алманы. Мин һине ипле, тыйнаҡ ҡыҙҙыр тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән. Хуш бул! Мине эҙәрлекләп йөрөмә. Бала минеке булмауын иҫбатлауы ҡыйын булмаҫ. Тейешле ҡағыҙҙарым ҡулымда. Ә баланы кемдән икәнен белмәһәң, алдырт. Йәшһең, табырһың әле.
-Алдыртыуҙан үткән инде!-тине Лилиә өмөтләнеп.

-Улайһа, балаңды тапҡас та балалар йортона ҡалдырып кит!- тип ишекте шартлата ябып сығып китте.

Лилиә алйыр сиккә етеп, шаңҡып ултырып ҡалды. Уны аҙғынлыҡта ғәйепләнеләр! Кем һуң?! Уның шашып һөйгән йәре!

 Ишекте шарт ябып сыҡҡан Әнүәрҙең артынан йүгергеһе лә килмәне. Ул ҡыҙҙың һөйләгәнен,  аңлатҡанын тыңлап та тормаясаҡ. Ер убылһа, шунда уҡ инеп ҡасыр ине.

 Лилиә үҙенә үҙе ышанманы. Нисек һуң улай килеп сыҡты?! Ул Әнүәрҙән башҡа берәү менән дә йөрөмәне бит. Ул бит Лилиәнең ысын мөхәббәте ине! Ине! Тимәк, ошо көнгә тиклем һөйгән йәре уны тик әүрәткес итеп кенә йөрөткән. Фәхишә булған бит ул уға! Ә һөйөүе бары буш ҡыуыҡ!

 8 март байрамына ауылына ҡайтырға тейеш булһа ла, һылтау табып ҡайтмай ҡалды. Ата-әсәһенә хат ҡына ебәрҙе. Әлбиттә, хәлен һөйләп торманы инде. Атаһы уҫал уның, белеп ҡалһа, әсәһенең дә, үҙенең дә кәрәген бирәсәк. Ә әсәһе атаһына бер ваҡытта ла ҡаршы төшкәне юҡ. Барыһы ла атаһы әйткәнсә үтәлә.Тик бына хәле йәшерерлектән үтһә, ни хәл итер икән?

 Лилиәнең күңеле төшөп йөрөүен бүлмәләш ҡыҙҙары, егете менән ташлашыуынандыр тип уйланылар. Төпсөнмәнеләр ҙә. Әнүәр Халиҡ улы ла бер ни булмағандай уҡытыуын дауам итте. Лилиәнең өндәшмәүен ул үҙенсә уйланы.Тимәк, минән башҡалар менән дә буталған тигән фекерҙә ҡалды. Лилиәгә иһә эсе ныҡ беленә башлағас,  һыҡтырғансы бәйләп, уҡыуына киң кофтала йөрөргә тура килде. Шулай ҙа май байрамына  ниңә ҡайта алмауын әсәһенә яҙырға тура килде. Атаһына бер нәмә лә әйтмәүен үтенеп, берәй кәңәш биреүен һораны.

Күп уйланыуҙанмы, йонсоуҙанмы,  бәпесе 7 айлыҡ ҡына булып тыуҙы. Бала табыу йортонда айға яҡын яттылар. Әсәһенә телеграмманы ла “Дауаханаламын” тип кенә яҙҙы. Белә, атаһы колхоз эшенән бушай алмай, әсәһен ебәрәсәк. Бала табыу йортона әсәһе, Лилиәне ҡыҙы менән сығарыласаҡ көнгә килеп етте. Ейәнсәренә тип барлыҡ әйберҙәрҙе лә алып килгән. Тик йөҙөндә генә шатлыҡтың осҡоно ла күренмәне. Бала табыу йортонан улар “Өфө” ҡунаҡханаһына килделәр. Ҡайҙалыр һөйләшеп, аңлашыр кәрәк бит инде. Йәш бала менән урамда ултырып булмай. Бүлмәгә инеп, бәпесен имеҙеп һалды ла, икәүләп күҙ йәштәренә ирек бирҙеләр. Әсәһе күпме төпсөнһә лә, баланың атаһы кем икәнен белмәйем, тип алданы.

 Ҡайтыуға тип билетты әсәһе шул уҡ көнгә алған ине.  Атаһы Лилиәне балаһы менән ҡабул итмәйәсәк. Етмәһә, ике ҡустыһы менән әсәһен дә бергә ҡыуып сығарасаҡ. Ә малайҙарға ата тәрбиәһе бик мөһим. Әсәһе лә ошо йәшкә етеп, ике улы менән урамда ҡала алмай бит инде. Барып баш төртөрҙәй туғандары ла юҡ бит, исмаһам. Лилиәнең, ә миңә ни эшләргә һуң, тиеүенә, әсәһе ҡырҡа яуап бирҙе.

- Ҡыҙыңды үҙем менән алып ҡайтам! Үҫтерәм, һиңә бирә алмаған тәрбиәне уға бирергә тырышырмын. Тик бер шартым бар. Атайыңа һин бала тапҡанда үлеп ҡалған тип әйтәсәкмен.Бала гөнаһһыҙ. Ҡабул итер! Мин килгәнсе һине ҡала зыяратында ерләгәндәр тиермен.Атайың – ғорур кеше, эҙләп йөрөмәйәсәк. Ә һин инде буй еткәнһең, үҙ йүнеңде үҙең күр. Тик ҡайтып йөрөйһө булма! Бына һиңә аҡса, ҡалғанын үҙең эшләп табырһың. Сит яҡҡа китһәң, бигерәк яҡшы булыр ине. Өфөлә бер күрмәһәләр, бер күрерҙәр. Мине бәғерһеҙлектә ғәйепләмә, ҡыҙым. Үҙ яҙмышыңды үҙең емерҙең, инде минекен дә емермә! Ҡустыларыңды йәллә!

 Илау ҙа, ялбарыу ҙа әсәһен был ҡарарынан кире ҡайтара алманы. Һуңғы тапҡыр ҡыҙын имеҙҙертте лә, әсәһе такси саҡыртып  вокзалға китте.

 Әсәһе бүлмә өсөн бер аҙнаға түләгән ине. Ашамай-эсмәй тиерлек  3 көн бүлмәһенән сыҡмай илап ятты Лилиә . Уйламаған уйы ҡалманы, башы сатнап ауыртты, имеҙмәгәс түше һыҙланы.Һыҡтырғансы бәйләргә ҡушҡайны әсәһе. Ярҙамы ла теймәгән кеүек, хәлһеҙләнеүҙән саҡ йөрөнө. Дүртенсе көн ҡәтғи ҡарарға килеп, үҙен бер аҙ ипкә килтереп Өфө буйлап эш, йәшәргә урын эҙләргә сығып китте. Йәшәренә урын тапһа ла, эш тиҙ генә килеп сыҡманы. Йә эш стажы кәрәк, йә прописка. Ә Лилиәнең бер нәмәһе лә юҡ! Урта белем менән генә эш табыуы ҡыйын булды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ике аҙна тигәндә ул да эшле булды. Ҡаланың ситендә урынлашҡан бер профилакторийға иҙән йыуыусы булып урынлашты. Йәшәгән фатирын да яҡынырағына алыштырҙы. Тик урман кеүек парк аша үтер кәрәк. Ҡыш көнө үтеп йөрөүе шомлораҡ. Эштә саҡта онотолоп йөрөһә лә, кистәрен ҡайһы саҡ олоп-олоп иланы. Тик ата-әсәһенән ҡурҡыуы ныҡ  ине, тешен ҡыҫып йәшәргә өйрәнде.

 Шулай  йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Үҙенә береһен дә яҡынайтманы. Ауыҙың бешһә, һыуыҡ ашты ла өрөп ҡабаһың икән.

 Бер көн эштән ҡайтып килгәндә юлда өйөрө менән берәҙәк эттәр осраны. Улар бер өй этен таларға йыйына ине, шул этте яҡлап Лилиә берәҙәктәрен ҡыуырға тотондо. Ләкин улар күҙ асып йомған арала өй этенә түгел, ә үҙенә ташландылар. Уның асырғанып ҡысҡырыуына, арттан килгән кешеләр ишетеп килеп, ҡотҡарып ҡалғандар. “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртып, республика  дауаханаһына алып килгәндәр.

 Иҫенә килгәс, күҙҙәрен саҡ асып ҡараны. Эргәһендә шәфҡәт туташы йылмайып тора ине.

-Йә,  Хоҙай! Саҡ иҫегеҙгә килдегеҙ. Бөтәһе лә тиерлек һеҙҙе терелә алмаҫ тип уйлағайны. Бер аҙна комала яттығыҙ! Бары Сәлим Кәрим улы ғына терелеүегеҙгә өмөтөн өҙмәне.

Лилиә ниҙер әйтергә уйлағайны ла ,тауышы мығырлау  ғына булып сыҡты. Шәфҡәт туташы  табипты саҡырырға тип сығып китте. Ҡыҙ ни булғанын иҫенә төшөрөргә тырышты. Парк, эт, күп эттәр! Уны эттәр таланы бит! Иҫән ҡалған, тимәк... Ниңә ҡотҡарҙылар икән.  Был мәлгә бөтә ғазаптарынан ҡотолған булыр ине инде.

 Табип Сәлим Кәрим улы Лилиәне тикшереп ҡараны ла, хәлегеҙ яҡшырыуға бара, тине. Мин бында күпме ваҡыт ятам икән, тип һорарға уйлағайны ла, тағы ла мығырлау ғына килеп сыҡты.

Лилиә дауаханала 11 ай ятты. Эттәр уның йөҙөн йәрәхәтләгәндәр. Тәүге айҙа уға был турала берәү ҙә өндәшмәне. Палатала көҙгө булмағас, түшәктә ятҡан ҡыҙ ҡайҙан белһен инде! Атлай башлағас, бер көндө ул ванна бүлмәһенә тиклем үҙе атлап барҙы. Раковина ситендә кемдер онотоп ҡалдырған көҙгөнө алып үҙенә ҡарауы булды, ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе. Көҙгөнән уға сибәр ҡыҙ урынына йөҙөндә ҡырҡ ямауы булған ҡарсыҡ ҡарап тора ине. Ул ҡурҡыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе лә, иҫенән яҙып ҡоланы. Ҡысҡырған тауышҡа шәфҡәт туташы йүгереп килде, Лилиә иҫенә килгәндә эргәһендә Сәлим Кәрим улы тора ине. Ул битен ҡулдары менән ҡапланы. Барыһы ла уны йәлләй кеүек тойолдо.

- Илама, Лилиә, йөҙөңдө төҙәтербеҙ, беҙҙә шундай оҫта ҡуллы хирург бар, тылсымсының нәҡ үҙе инде! Иртәгә үҙенә консультацияға барырһың. Хәлеңә ҡарап, операция көнөн билдәләрбеҙ.

- Ә ул миңә ысынлап та яңы йөҙ эшләй аламы? Мин ҡурҡыныс булып ҡалмаҫмынмы һуң?

- Әлбиттә, эшләй ала! Элекке фотоларыңды алып килһәләр, нәҡ элекке йөҙөңдө ҡайтарасаҡтар.

- Ә икенсе булғым килһә, улай яраймы?

- Ярай, ярай! Тик бының өсөн бик күп операциялар кәрәк буласаҡ. Беренсеһенән генә матурлығыңды ҡайтарып булмаҫ, әммә түҙемең етһә, үҙ-үҙеңде лә таный алмаҫһың әле. Йә, ярар, бөгөнгә һорау алыу тамам, иртәгә Фәнүр Айҙар улының үҙенән барыһын да асыҡлап һорарһың.

 Иртәгәһе көндө Лилиә саҡ көтөп алды. Иртә менән тороп үҙен бар хәленсә ипкә килтерҙе. Сәстәрен тарап берҙән үрҙе лә, елкәһенә төйнәп нығытып ҡуйҙы. Хәл тиҙерәк ҡайтһын өсөн, иртәнге ашты ла ашап бөттө. Ниһайәт, уны хирург менән осрашыуға алып киттеләр.

 

 

 Бүлмәлә йәш кенә бер егеттән башҡа кеше юҡ ине. Лилиә, хирург әле килеп етмәгәндер, тип уйлап:

- Фәнүр Айҙар улы оҙаҡлармы икән, - тип теге егеттән һораны.

- Фәнүр Айҙар улы мин булам, - тигәс, аптырай төштө.

- Сәлим Кәрим улы бик оҫта хирург тигәс, мин һеҙҙе пенсия йәшенә еткән ҡарттыр, тип уйлаһам, - тине Лилиә. Фәнүр Айҙар улы көлөп ебәрҙе лә:

- Нәҡ шулай, тик мин үҙемә лә пластик операция яһағайным, шуға егеттәр кеүекмен , - тине, хәҙер инде Лилиә көлөп ебәрҙе. Шулай итеп, улар уртаҡ телде тиҙ тапты, оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, дауалай ҙа башланылар.  Өсөнсө операциянан һуң да Лилиәнең йөҙө кеше күргеһеҙ ине әле. Быныһын ул бинттарҙы алғас ҡына күрҙе. Эттәр йөҙөн бигерәк ныҡ талағандар шул. Ниндәй генә оҫта хирург булмаһын, ул барыбер тылсымсы була алмайҙыр инде. Лилиә көн-төн уйланды, ҡайһы саҡ үҙенең яҙмышын ҡәһәрләне. Берсә йәлләне. Ятҡан урынынан тороп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты, уны асып ебәрҙе. Һыуыҡ ел сәстәрен елберҙәтә, күҙҙәренән субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай иланы ла иланы ул. Шул саҡ ишектән Фәнүр Айҙар улы килеп инде. Лилиәгә тәү тапҡыр күргән кеүек йотлоғоп ҡараны ла:

- Мин һинең кеүек түҙемле, яҡшы, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙарҙы осратҡаным булманы. Һинең менән яҡындан танышҡандан алып мин һиңә ғашиҡмын. Операциянан һуң иҫеңә килгәнсе мин гел яныңда булдым. Әле лә йоҡлайһыңдыр, тип килгәйнем, ә һин бында күңелһеҙләнеп ултыраһың, сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә, минең бәхетем бары һин генә, -тип барыһын да бер тынала әйтеп бөтөрҙө.

Лилиә ишеткәндәренән бер аҙ шаңҡып торҙо:

-Һеҙ минән көләһегеҙ! Минең кеүек йәмһеҙ ҡыҙҙарға өйләнмәйҙәр! Минең яраларым, йөҙөм кеше ҡарағыһыҙ. Хатта операциялар мине кеше ҡиәфәтенә индерерлек түгел бит!

-Яралар уңалыр! Тик бының өсөн тағы ла бер нисә операция һәм һинең түҙемлек кенә кәрәк! Элеккенән дә сибәрерәк булырһың. Шунан өйләнешербеҙ.

 Лилиәгә ҡапыл йән өрҙөләрме ни! Ысынлап та, сабырлығы етеп, операцияларҙы уңышлы үткәрһә, яңы яуған ап аҡ ҡарҙай, аҡ биттән башлаясаҡ ул тормошон!

  Йөҙөнә барлығы 7 операция, ҡулына тағы 2 операция эшләнде. Хирург Фәнүр Айҙар улы бар оҫталығын һалды, тырышты. Ул Лилиәнең йөҙөн генә түгел, яраланған күңелен дә дауаланы. Әммә Лилиә уға асылырға ҡурҡты. Үҙен етем, атайымды белмәйем, мин тыуғансы уҡ үлеп ҡалған, әсәйем ауырып үлгән , ауылда өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем, мин ҡалаға уҡырға киткәс, ул да үлеп ҡалды , бүтән бер кемем дә юҡ, тип алданы. Ә Фәнүр Айҙар улы балалар йортонда үҫкән. Әсәһе уны 40 йәшенә еткәс кенә тапҡан булған. Шуға тиклем балалары булмаған. Әммә берҙән-бер улдарын үҫтерергә яҙмаған, автоһәләкәткә осрағандар. Яҡын туғандары  булмағас, балалар йортона тапшырғандар. Тырыш малай яҡшы уҡығас, медицина институтына инеү бәхетенә ирешә. Практика ваҡытында Сәлим Кәрим улы менән танышалар. Ул Фәнүрҙе үҙ улылай күрә, үҙ итә. Уҡып бөткәс тә үҙенең янына эшкә ала. Етемдәргә тейешле квартираһын да юллап алып бирешә. Шулай итеп,  ике яралы күңел танышып, ҡауышты. Дауахананан улар тура ЗАГСҡа барҙылар. Фәнүре әйткән һүҙендә торҙо. Хәҙерге Лилиәне әсәһе лә танымаҫ ине! Ул иң матур кәләш булды!

 Туйҙан һуң Лилиә Фәнүрҙең фамилияһын алды. Хәҙер уны бер кемдә таба ла,таный ҙа алмаясаҡ. Ул өр-яңы тормош башлай!

 Сәлим Кәрим улы ярҙамы менән Лилиә медицина институтына уҡырға инде. Балалар табибы булып сыҡты. Уҡып бөтөүгә игеҙәк улдары тыуҙы. Донъялары теүәлләнде! Тик Лилиә генә бер көнгә лә ҡыҙын, ата-әсәһен, ҡустыларын онота алманы. Иренә лә асылманы. Яңы булғас, тормошо яңы булһын!

Ниндәй ауыр булһа ла заманалар, Фәнүр менән Лилиә бер береһенә тоғро булдылар. Эштәрендә лә үҙҙәрен ихтирам иттеләр. Күҙҙәре гел һағышлы һылыу табипты балалар бигерәк яраттылар. Күпме баланы ҡотҡарғандыр, кем һанаған, һәр береһен үҙенең балаһылай итеп дауаланы Лилиә.

 Эшләй башлағанына дүртенсе йыл тигәндә Лилиәгә  үҙенең ауылынан ауыр хәлдәге ҡыҙ баланы алып килделәр. Ҡыҙҙың әсәһе - уның класташы Әминә булып сыҡты. Кабинетына балаһын күтәреп килеп ингәс, Лилиәнең ҡото осто. Таныр кеүек тойолдо. Әммә Әминә уны таныманы. Класташының ҡыҙын да яҡшы дауаланы. Мәлен тура килтереп, элекке үҙе тураһында ла һорашты. Әминә үҙе  белгәндәрен уға һөйләне.

    ...Ҡалала уҡып йөрөгән Лилиәне көсләгәндәр. Ҡыҙ ҡурҡышынан һәм оялыуынан береһенә лә, бер нәмә лә әйтмәгән! Атаһы ла бигерәк уҫал шул, шуға ата-әсәһенең аңлауына өмөт тә итмәгәндер. Ауырға ҡалғанын да ваҡыты үткәс кенә белеп ҡалған. Әммә бала тапҡанда үлеп ҡалған.Ҡыҙ балаһы тере ҡала. Уҡыған ере аша әсәһен саҡыртып алып, баланы биреп ҡайтарғандар. Ата-әсәһе ейәнсәренә Әлиә тип исем ҡушҡандар, үҙҙәренең фамилияһына яҙҙырғандар. Атаһы ныҡ ҡына туҙынып ала, аҙаҡ бөтә ҡайғыһын эскегә һала. Тик бер аҙ ваҡыттан нисектер үҙен ҡулға алып, бөтә һөйөүен ейәнсәренә бирә. Әлиә шундай уңған, баҫалҡы, егәрле ҡыҙ булып үҫеп килә. Тас мәрхүмә әсәһенә оҡшап тора, тип тамамланы хәбәрен Әминә класташы.
    Шулай ваҡыт артынан ваҡыт үтеп торҙо. Лилиә әллә күпме тапҡыр ҡайтып ҡыҙын күрергә, тип уҡталды, тик нимәлер уны ебәрмәне. Юлы төшмәне, йә эшенән бушаманы. Үҙҙәренең улдары ла үҫкән һайын күберәк иғтибар талап иттеләр. Бүтән балалары булманы.

 Биш йыл элек, көҙҙөң матур сағында, уларҙы яҡын дуҫтары Лилиәнең тыуған ауылына туйға саҡырҙылар. Улдары Динислам шул ауылдан кәләш ала икән. Лилиәләр  йәшәгән урамдың икенсе осонда ғына йәшәгән Зәлифә апайҙың ҡыҙы Илсиәне. Ул ауылдан уҡырға киткәс тыуғандыр, сөнки Лилиә ул ҡыҙыҡайҙы белмәй ине.  Фәнүре "Бәй, һинең тыуған ауылыңдан бит ," тигәс, Лилиә “Эйе шул”, тигән булды. Әммә “Мин ул ауылда үҫмәнем, 2 йәштән икенсе районда йәшәгән өләсәйемдә үҫтем, башҡаса ул ауылда булғаным булманы ла, туғандарым да юҡ бит”, тип алданы.

 Туйға барҙылар. Дуҫтарына ла, иренә лә Лилиә үҙенең ошо ауылдан икәнен әйтмәҫкә ҡушты. Иҫләүсеһе лә юҡтыр инде. Булһа ла, кешеләрҙең йәлләүле ҡараштарын күргем килмәй, тигән булды. Үҙе юл буйына тулҡынланып барҙы, 20 йылдан һуң Лилиә үҙенең тыуған ауылына ҡайтып бара. Тыуған йортона булмаһа ла, ҡайта. Ауылына яҡынлашҡан һайын хәтирәләре яңырҙы, йөрәк ғазаптары бәғерен телде. Ауылы  үҙгәргән, ҙурайған. Матур итеп мәктәп, дауахана төҙөгәндәр. Яңы йорттар күбәйгән. Өйҙәре янынан үткәндә йөрәге ярылырҙай  булып  туланы. Биттәре янды. Барып төшкәс тә, таныш йөҙҙәрҙе күреп, ҡаушап ҡалды. Өҫтөн бер аҙ ипкә килтереү һылтауы менән төпкө бүлмәгә инеп бикләнде, байтаҡ ҡына үҙенең тулҡынланыуын баҫа алмай ултырҙы. Уларҙы ҡоҙаларға  таныштырҙылар. Ҡоҙаларҙын береһе Лилиәнең  өлкән ҡустыһы  Радик ине.  Береһе лә Лилиәне таныманы, хатта ҡустыһы ла. Күңеле тулышты, күҙҙәренә йәш төйөлдө. Тик береһе лә уны ошо ауыл ҡыҙы Лилиә икәнен таныманы, белмәне.

   Ауылдарында ЗАГСҡа электән йәйәү баралар ине. Урамда осраған һәр кеше йәштәрҙе ҡотлап ҡала. Был юлы ла ярты ауылды үтеп, клубҡа барҙылар. Өйҙәре янында торған әсәһен күреп, Лилиә саҡ һуштан яҙып йығылманы,  Фәнүре тотоп ҡалды. Әсәһе ҡартайған. Әммә матурлығын юғалтмаған. Сәстәре генә ап-аҡ булып яулыҡ аҫтынан күренеп тора. Атаһы күренмәй. Ҡыҙы берәй ерҙә уҡыйҙыр инде. Ауылда түгелдер. Ире “Һиңә ни булды?”, тигәс, “Юлда ныҡ арытҡан, шуға башым әйләнеп китте”, тигән булды, кире боролайыҡмы әллә тигәненә , юҡ, хәҙер үтә ул, тип яуапланы, улар ары атланылар . Ул үҙен ҡулға алырға тырышты, ләкин бигүк килеп сыҡманы. Туй Лилиә өсөн ғазапҡа әйләнде. Ҡатынының ауыр хәлен күреп, Фәнүр борсола башланы. Бүтән саҡта йырлап-бейеп, күңелле генә йөрөгән ҡатынын бөгөн алыштырҙылармы ни? Ә Лилиә, ниңә туйғакилергә ризалаштым икән, тип үкенеп бөтә алманы. Ныҡышһа, Фәнүре лә бармаҫҡа ризалашыр ине. Тик Лилиә һағыныуын еңә алманы. Нисек тә һыр бирмәм, тип уйлағайны ла, барып сыҡманы.  

 Фәнүр менән Лилиә Зәлифә килене менән Радик ҡустыһы йоҡларға үҙҙәренә алып ҡайтты. Һырттарынан яңы урам төҙөгәндәр икән. Шунда өй төҙөп сыҡҡандар. Өс балалары бар - ике ҡыҙ һәм бер ул. Балалары өс өй аша йәшәгән бәләкәй ҡустыһының өйөндә йоҡлайҙар икән. Радиктың таҙа, матур, төҙөк донъяһын күреп ҡыуанды Лилиә.  Фәнүр Радиктан ғаиләһе тураһында һорашты.

- Өсәү инек тә, беҙ бала саҡта апайыбыҙ үлеп ҡалды, - тинее ҡустыһы. Шул мәл Лилиәнең уны ҡосаҡлап мин тере тип үкереп-үкереп илағыһы килде. Ярамай. Ул саҡта Фәнүрен юғалтасаҡ. Ул Лилиәнең был ҡылығын бер ҡасан да аңламаясаҡ. Ғәфү итмәйәсәк. Инде икенсе тапҡыр ғаиләһеҙ ҡалырға Лилиәнең хәленән килмәйәсәк.

- Ата-әсәйегеҙ бармы? - тип һораған булды.

- Эйе, икеһе лә иҫән-һауҙар. Апайымдың ҡыҙы ҡалды, шуға бауыр баҫып көн итәләр. Әле Әлиә медицина университетының икенсе курсында уҡып йөрөй. Хас әсәһенә оҡшаған. - тип тамамланы хәбәрен Радик. Лилиә уның һөйләгәндәрен ни үле, ни тере тыңлап ултырҙы. Уның ҡыҙы - Өфөлә , ә ул белмәгән дә. Ул да медицинаны һайлаған. Ҡустыһы ғаилә фотоларын алып сыҡты. Лилиә йомолоп шуларҙы ҡарарға кереште. Бына ата-әсәһе, ҡустыларының бала саҡтағы фотолары, бына бер бәләкәй ҡыҙ бала менән төшкәндәр. Аҫта - беҙ һәм Әлиә һеңлебеҙ, тигән яҙыу тора. Бына ул балалар баҡсаһында төшкән,  Әлиә беренсе класҡа барғанда ике ағаһы, әсәһе менән  гөлләмә тотоп төшкәндәр, тағы бер нисә мәктәп фотолары бар. Бына мәктәптә һуңғы ҡыңғырау байрамы. Ҡыҙы шундай матур! Тик күҙҙәре генә моңһоу.  Лилиәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Күпме бәхеттән мәхрүм ҡалған ул. Ниңә ҡыҙын әсәһенә бирмәй алып ҡалмаған? Ниңә әсәһе уға шулай ҡаты хөкөм сығарған? Кем ғәйепле уларҙың бәхетһеҙлегендә? Ошо һорауҙарға бына инде 20 йыл Лилиә яуап таба алмай.

 Барыһы ла йоҡларға яттылар. Тик Лилиәне генә йоҡо алманы. Хәтирәләр, әсәһенә үпкәһе яңырҙы. Ниңә шунда ул ейәнсәрен тартып алып, үҙенең балаһын ташлап китте? Ирһеҙ әллә күпме ҡыҙҙар бала табалар, береһенә Лилиә кеүек үлдең тигән хөкөм сығармайҙар...

 Лилиә шым ғына кейенде лә, урамға сыҡты. Ай юҡ, дөм ҡараңғы төн. Ул шым ғына үҙенең тыуған йортона килде. Эттәре килеп сыҡты, әммә өрмәне, Лилиәгә килеп һырпаланды, иркәләнде. Күңеле тулған Лилиә этте иркәләй-иркәләй һыҡтап- һыҡтап иланы. Бер аҙ тынысланғас, ҡунаҡ йортона ҡайтып ятты. Төнө буйы һаташып сыҡты, йүнләп йоҡлай ҙа алманы.

 Иртәгәһенә ҡыҙҙы егет үҙ яғына оҙатып алып ҡайтты.  

 Йола буйынса кейәү егете урамға тәңкә аҡсалар һибеп китте. Балдыҙҙары һәм ҡәйнештәренә бүләктәр таратты.  Шуның өсөн урамдағы бар халыҡ туй булған өй янына йыйылды. Радик ҡустыһы ла улы һәм ике ҡыҙын алып килгәйне, улы хас атаһы, ҡыҙҙары өләсәләренә оҡшап торалар. Яндарына бәләкәй ҡустыһының балалары тора икән. Игеҙ малайҙар һәм ике ҡыҙыҡай. Улары, күрәһең, әсәһенә оҡшағандарҙыр. Малайҙарын ғына бер аҙ олаталарына оҡшатты. Сумкаһына,кәрәк була ҡалһа, тип ваҡ бүләктәр һалып алғайны Лилиә. Кәрәге тейҙе.  

 Малайҙарға яҡшы фонарҙар , ә ҡыҙҙарға биҙәнгестәрҙе еҙнәләре аша тараттырҙы. Әсәһе һәм атаһына, тип матур күлдәктәр һалып алғайны. Уҙаҡ булған ҡустыһына ,ай-вайына ҡарамай бүләктәр тапшырҙы ла, быларын ата-әсәйеңә туй бүләге итеп бир, тине. Икенсе ҡустыһына тигән бүләкте ҡоҙағыйына биреп ҡалдырҙы. Ҡыҙын ғына күрә алманы, уға ла бүләк алғайны. Алтын алҡалар. Тик тапшырып ғына алманы.

 Өфөгә ҡайтҡас та, Лилиә медицина университетына барып, ҡыҙының ниндәй факультетта уҡығанын, ҡайһы ятаҡта йәшәгәнен белеште. Ҡыҙы ла педиатрияны һайлаған икән. Ул уҡыған корпусҡа барып, аудиторияны тапты ла, ярым асыҡ ишек аша ҡыҙын күҙәтте. Икенсе рәттең беренсе партаһында ултыра ине ул. Үҙенә лә оҡшаған, Әнүәргә лә тартҡан. Ыҡсым кәүҙәле, йөҙгә һылыу ғына. Бер нәмәгә ҡарамай барып ҡыҙын ҡосаҡлағыһы килде. Әммә ярамай. Ҡыҙы уны ғәфү итмәҫ. Ниңә ошоғаса бер тапҡыр ҙа мине килеп күрмәнең, тиер. Мин һине белмәйем, белгем дә килмәй. Минең әсәйем үлгән, тиер. Лилиәнең тыны ҡыҫылды, башы әйләнде. Ул тиҙерәк сығыу яғына атланы.

 

 

 

 

 Шул йылды ул дауахана етәкселегенән үҙенә практиканттар алырға рөхсәт биреүҙәрен һораны. Рөхсәт ҡағыҙын алғас та медицина университеты деканатына юлланды һәм үҙенә оҡшаған 5 студентты һайлап алды. Уларҙың араһында үҙенең ҡыҙы Әлиә лә бар ине.

 Тиҙҙән практика башланды, студенттар унда бик теләп йөрөнө. Ҡыҙы бик тырыш та, уңған да икән. Әсәһе һүҙендә торған: ейәнсәрен бик яҡшы тәрбиәләгән.

  Лилиә практика үтеүсе студенттарҙы йыйҙы ла: “Кем дә кем ошо практиканы бик уңышлы үтә, шуға ноутбук бүләк итәм”,-  тине.

 Үҙе Әлиәнең иң яҡшы практикант буласағына шикләнмәй ҙә ине. Шулай булды ла. Яңы йыл алдынан студенттарҙың практикаһын йомғаҡлап, барыһы ла бер һүҙҙән Әлиәне иң яҡшыһы тип таныны. Бүләкте уға тапшырҙылар. Бүтәнсә ҡыҙына бындай ҡиммәтле бүләкте бер нисек тә тапшыра алмаҫ ине. Практика ваҡытында улар бер-береһенә бер аҙ яҡынайғандар ине, хәҙер инде интернет аша ла бәйләнеш тота алалар. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр бит. Лилиәне әсәһе тип белмәһә лә, Әлиә лә уға тартылды.

 Ауылына туйға ҡайтып килгәндән һуң үҙенә урын таба алмай йөрөнө ҡатын. Әсәһенә  хат яҙырға булғайны ла, тик кире уйланы. Ҡайтып килергә иһә баҙнат итмәне. Ғәфү итерҙәр ине, бәлки...  Юҡ! Булмағас, булманы инде. Хәҙер нимәнелер үҙгәртергә һуң инде!

   Яңы йыл байрамдарынан һуң эшкә килеүенә Лилиәгә һыу буйы сират теҙелгәйне. Төшкө ялға туҡтар алдынан һуңғы ауырыуҙы саҡырғас, ишектән ҡыҙ бала менән Әнүәр Халиҡ улы килеп инде. Ҡартайған, сәстәре ағарған, йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан.

- Ултырығыҙ, ейәнсәрегеҙме? - тип һораны ул.

- Юҡ, ҡыҙым, - тине ултырғыстан урын алған Әнүәр Халиҡ улы.

 Лилиә ҡыҙҙың карточкаһына күҙ һалды – исеме Юлиә икән, аутизм менән сирләй.

- Нимә борсой, ҡайһы ере ауырта? - тип һораны табип.

- Ҡыҙым аутизм менән сирләй, һуңғы ваҡытта йыш ҡына башы ауыртыуына зарлана. Ундай ауырыуҙар башҡалар менән аралашып бармайҙар. Мине генә тыңлай.

 Ҡатыным беҙҙе 7 йыл элек ташлап сығып китте. Инвалид бала менән ғүмерен заяға үткәрергә теләмәне. Сабыйыбыҙҙың инвалид түгел, ә ни бары икенсе төрлө кеше икәнен уға аңлата алманым, - тип хәбәрен теҙҙе ул.  Төшкө ял етеүгә ҡарамаҫтан, Лилиә ҡабаланманы, Әнүәрҙең тормошон белгеһе килде.

- Нәҫелегеҙҙә ундай ауырыуҙар бар инеме, бүтән балаларығыҙ бармы? – тип һорашыуын дауам итте.

- Өлкән улым медицина университетының 4-се курсында уҡый, һау- сәләмәт. Юлиә - икенсе балабыҙ.

Әнүәр тыңлаусы булғанда һөйләп ҡалырға теләгәндәй,  яйлап йәшлек хәтирәләрен һүтте.

  - Ҡатыным менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәп тә балабыҙ булманы. Табиптарға ла йөрөнөк, балағыҙ булмай, тинеләр. Әммә ҡатыным мине алдаған, үҙенең йәшлек дуҫына алып барған, алдан үҙ-ара килешеп-һөйләшкәндәр. Бала тапҡыһы килмәгән, йәштән йүргәк йыуып ултырырға теләмәгән. Ә мин, алйот, ышанғанмын! Шул арҡала үҙем яратып йөрөгән, бер ғәйепһеҙ ҡыҙ баланы рәнйеттем. Уны аҙғынлыҡта ғәйепләнем, етмәһә, ауырлы көйө ташлап киттем. Ҡатыным тәүгә ауырға ҡалғас, үҙенең мәкерле хәйләһен асып һалды. Улыбыҙ тыуҙы, әммә ул минең балам булмай сыҡты, миңә хыянат иткән булған, йөҙөмә бәреп әйтте. Һинең хыянатың өсөн үс алдым, тине. Ул баланы үҙемдеке кеүек итеп үҫтерҙем. Ә ҡыҙымды ҡатыным аборт эшләтә алмаған өсөн генә тапты. Ваҡыты үтеп киткән булған.

 Тәү ҡарамаҡҡа һау ғына ҡыҙ бала тыуҙы. Әммә 2 йәштәр тирәһендә аутизм менән сирләүе асыҡланды. Сит кешеләр менән аралашмай, уларҙан ҡаса торғайны. Әсәһе лә ташлап киткәс, мине генә тыңлай, бүтәндәргә ҡарамай ҙа.

- Ә теге ҡыҙ менән аҙаҡ ни булған? - тип һораны Лилиә.

- Уны бик оҙаҡ эҙләнем. Уҡыуын ташлағас, әсәһенә барҙым, бала тапҡанда үлеп ҡалыуы тураһында әйттеләр. Ҡыҙымды хурлаған кешене белһәм,үҙ ҡулым менән үлтерер инем, тине атаһы.

 Ауырыу баланы Хоҙай миңә бар гонаһтарым өсөн биргәндер. Шул мәлдәрҙе кире ҡайтарып булһа, бер секунд та шикләнмәй, шул ҡыҙҙы кәләш итеп алыр инем. Тик ваҡытты кире ҡайтарып булмай...

Әнүәрҙең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре күренде.

Тикшереү һөҙөмтәһен ҡарағас, Лилиә тейешле дарыуҙар яҙҙы ла, икенсе килер ваҡытты билдәләп, улар менән хушлашты.

 Бына һиңә тормош! Нисек итеп бороп ебәрә икән ул әҙәм балаларының юлдарын.

 Төштән һуң ауырыуҙар әллә ни күп булманы. Эштән иртәрәк ҡайтты ул. Етмәһә, Фәнүре командировкаға китәсәген шылтыратып әйтте. Лилиә аулаҡта бар тормошон барлап сыҡты.

 Яҙмышы уны барыбер ҡыуып етте бит! Ни хәл итергә? Барыһына ла асылырғамы, әллә нисек булған - шулай ҡалһынмы? Оҙаҡ уйланыуҙан башы сатнап ауыртты. Нишләргә һуң, нишләргә?!

 Урамда ҡар бөртөктәре бейей... Башҡалар менән сағыштырғанда, Хоҙай уға бәхетте мул биргән. Әсәһе ғүмер буйы ҡыҙын ташлап киткәне өсөн үкенгән. Әнүәр ғаиләһендә бәхетһеҙ булған. Ә уның һөйөклө ире – Фәнүре, ике улы бар. Бер уйлаһаң, тағы нимә кәрәк!

 Шулай ҙа Лилиә әсәһенә хат яҙырғабулды. Кейәүгә сығыуын, бәхетле йәшәүен, игеҙ ейәндәре барлығын, республиканың алдынғы дауаханаһында балалар табибы булып эшләүен, барыһын да бик-бик һағыныуын, ауылдарына туйға барғанда уны күреүен, ләкин янына барырға ҡурҡыуын, Радик ҡустыһында ҡунаҡ булыуын, шунда ҡыҙы Әлиәнең Өфөлә уҡыуы тураһында белеүен, ҡыҙын табып күреүен, аралашыуын, әммә Әлиәнең уның әсәһе икәнлеген белмәүен - барыһын да яҙҙы. Ғүмер буйы йөрәген өйкәп, күңелендә бер төйөр булып торған иң ҙур үпкәһен дә яҙҙы.

 “Ирһеҙ бала табыусы бер мин генә түгел бит, ә һин  мине тере мәйет иттең, әсәй, үҙең дә әсәйһең дә инде, ни йөрәгең менән был аҙымға барҙың?” тигән һүҙҙәр менән тамамланы ул хатын. Кире уйламаҫ борон тип, хатты конвертҡа йәһәт кенә һалды ла, йүгереп сығып почта йәшнигенә төшөрҙө.

 Өс көндән Әнүәр ҡыҙын тағы алып килде. Юлиәнең баш ауыртыуы кәмегән. Әнүәр уны Германияға - аутист балаларға яҡшы психологик ярҙам күрһәткән бер клиникаға алып барасаҡ икән, Лилиәнән тейешле медицина ҡағыҙҙарын әҙерләшеүҙә ярҙам һораны.

Лилиә ярҙамлашырға ризалығын бирҙе. Үсе лә, үпкәһе лә юҡ ине уның.

 Шулай эш менән ҡайнап тағы бер ай үтеп китте. Бурандар башланып китте. Улдары каникулға ҡайтты. Һағынғандар. Улар тағы бергә һәм шуның менән бәхетле ине.

 Бер көн көндәгесә эшкә сумып, ҡайтырға ваҡыт еткәнен дә онотоп ултырған. Инде йыйына башлайым тип торғанда, ишек шаҡынылар.

- Миңә Лилиә Кәрим ҡыҙын күрергә ине, - тигән тауышҡа башын күтәреп ҡараһа, ишектә атаһы тора.

- Һеҙ Лилиә Кәримовнамы? - тип ҡабаттан һораны.

- Эйе, - тигән яуапты ишеткәс:

- Ғәфү итегеҙ, мин яңылышҡанмын. Ҡыҙым ошо дауаханала эшләйем, тип яҙғайны, шуны эҙләп йөрөүем, - тине лә сыға башланы.

Лилиә түҙмәне:

- Атай, был мин -  Лилиә! Йөҙөм үҙгәргән, уныһы - үҙе бер тарих. Эттәрҙән таланып, миңә яңы йөҙ яһанылар, шуға танымайһың, - тип ҡысҡырып ебәреүен һиҙмәй ҙә ҡалды.

 Атаһы яҡыныраҡ килде, ҡытыршы ҡулдары менән уның битенән һыйпаны, шунан ҡосағына алды.

- Балам! Балаҡайым, ғәфү ит мине, ғәфү ит беҙҙең барыбыҙҙы ла! Беҙ шул тиклем ғәйепле! – тип һөйләнә-һөйләнә илай башланы. Уға Лилиә лә ҡушылды.

 Әгәр бүлмә йыйыштырыусы килеп инмәһә, шулай ҡосаҡлашып тағы күпме торорҙар ине, билдәһеҙ. Лилиә иҫенә килеп:

- Әйҙә, атай, беҙгә барайыҡ, - тип такси саҡыртты.

Юлда атаһы әсәһенең ике аҙна элек үлеп ҡалыуын әйтте. Үлер алдынан уға ошо хатты тотторған, 25 йыл элек булған хәлде һөйләп биргән.

“Мин шул тиклем йыртҡыс кеше булдыммы ни, үҙ балаңды үлеккә һанап ташлап китергә!  Ғүмерең буйы шул серҙе йотоп, ауыр сиргә дусар булып йәшәгәнсе, бергә алып ҡайтһаң ни була? Ейәнсәремде етем итеп, үҙең ҡан йотоп йәшәүҙән ни мәғәнә булды инде. Бер туҙыныр ҙа, төңөлөр инем” тип атаһының иҫе китә.

“Хатында ҡыҙыбыҙ ҡайҙа эшләгәнен яҙған, барып тап”, - тип васыят иткән дә әсәһе, йән биргән.

Такси Лилиәләрҙең йорто янына килеп туҡтаны.

- Әйҙә, атай, беҙҙең йортобоҙға рәхит ит. Ниһайәт, серҙәрҙең сиселер көнө етте!

Айгөл ВӘЛИЕВА

Автор:
Читайте нас: