Мораҙым
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар 2022, 14:25

Үрге Һаҙҙың рухи тотҡаһы улар

Сәйҙә менән Әхмәҙулла Насиповтар бына хәҙер алтмыш һигеҙ йыл ғүмер йомғағын бергә-бергә һүтә һәм “районка”нан һис айырылмай.  Эйе, эйе, Үрге һаҙ ауылының күркәм кешеләре, тормош арбаһына бик иртә егелеп, дәрт-ҡеүәтле саҡтарын тыуған ил мәнфәғәтенә бағышлаған хөрмәтле Хеҙмәт ветерандары – баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары.  Яңы йыл алдынан Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгендә “Мораҙым” баҫмаһын алдырыусылар араһында уйнатылған төп приз да, үткән йылдың “хужаһы” – быҙау, тап улар өлөшөнә сыҡты!

Үрге Һаҙҙың рухи тотҡаһы улар
Үрге Һаҙҙың рухи тотҡаһы улар

 1938 йылда район картаһынан күптән юҡҡа сыҡҡан Ҡолшай ауылында тыуған Сәйҙә Рәхмәтулла ҡыҙы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы аслыҡты яҡшы хәтерләй, сабый ғына сағында әсәй наҙынан да мәхрүм ҡалырға тура килә уға.

- Яҙмышыма бер үпкәм юҡ. Һыу, һулар һауа, шул тиклем ғүмер биреүенә Хоҙайға рәхмәтлемен. Әхмәҙулламдың бер яман һүҙ әйтеп рәнйеткәне булманы. Балалар булмағас, бар йәшәү йәмен эштә күрҙек. Парлашып тәүҙә колхозда, артабан совхозда ал-ялһыҙ хеҙмәт иттек, маҡтау һүҙҙәренән, тирә-яҡтың ихтирамынан мәхрүм булманыҡ. Әлеге ваҡытта ла туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың хөрмәтен тойоп, тыныс һәм бәхетле ҡартлыҡта йәшәйбеҙ. Икебеҙ ҙә уҡырға яратабыҙ, “Мораҙым”, “Йәшлек” гәзитенән, “Шоңҡар”, “Тулпар” журналдарынан айырылмайбыҙ, улар – беҙҙең күңел йыуанысы, уларһыҙ – донъя һанһыҙ, - ти Сәйҙә инәй ихлас күңелдән.

 Хоҙай биргән ғүмерҙе оло бәхет һанап, аҙына ла шөкөр итеп, ярҙамынан һәм йылы һүҙенән ташламаған ут күршеләренә, ауылдаштарына, туғандарына именлек теләп янған, аҡ доғалар бағышлаған Сәйҙә һәм Әхмәҙулла Насиповтар, ысынлап та, Үрге һаҙҙың рухи тотҡаһы булып тора. Улар менән танышып һөйләшкәс, һыуыҡ ҡыштарҙан да яҙ бөркөлгәндәй тойолдо үҙемә...     

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: