Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар 2022, 12:00

Рәми – беҙҙең йөрәктәрҙә!

Мәшһүр шағирыбыҙҙың атайсалындағы йорт-музейы онлайн-акцияла һәм флешмобта ҡатнашырға саҡыра.

Рәми – беҙҙең йөрәктәрҙә!
Рәми – беҙҙең йөрәктәрҙә!

Февраль айында халҡыбыҙҙың күренекле улы – Башҡортостандың халыҡ шағиры, илһөйәр, телһөйәр шәхесебеҙ Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Иҫтәлекле датаға бағышлап, мәшһүр шағирыбыҙҙың атайсалындағы йорт-музейы “Рәми – беҙҙең йөрәктәрҙә” тигән онлайн-акция иғлан итте.

Музей етәксеһе Луиза Хәйретдинова:

– Акцияла  ҡатнашыу ҡатмарлы түгел: шағирға арнап үткәрелгән сараларҙан фотоһүрәттәрҙе социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәңә ҡуйырға ғына кәрәк. Фотолар төрлө йылдарҙыҡы булырға мөмкин. #доммузейрамигарипова #РамиГарипов90 #РамиРухы хэштегтары менән билдәләү мотлаҡ. Акция 28 февралгә ҡәҙәр бара, – тип асыҡлап үтте.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: кисә йорт-музей Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләү, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырлау буйынса флешмоб та иғлан итте. Төшөрөлгән видеоматериалдарҙы ла үҙ сәхифәгеҙгә шул уҡ хэштегтар менән ҡуйырға кәрәк. Флешмоб, фотоһүрәттәр буйынса барған акция кеүек үк, февраль аҙағына тиклем дауам итә.

Халыҡ шағирының иҫтәлегенә арналған был сараларҙа һәр кем ҡатнаша ала.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: