Мораҙым
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2022, 12:40

Ураҡай уңғандары

Гөлнур апай Ниязғолова – Ураҡай ауылы ҡыҙы, быуындары нығыныр-нығынмаҫтан фермала хеҙмәт юлын башлаған. Күмәк хужалыҡ тарҡалғанға тиклем “Күгәрсен” совхозының “Иртөбәк” бүлексәһендә инәй-апайҙар менән бер ҡатарҙан сөгөлдөр утарға ла өлгөрә. 10 йылдан ашыу хат ташыусы булып эшләй, һуңғы 10 йылда иһә клуб мөдире вазифаһын атҡара. Уның дөйөм эш стажы – 35 йыл. Тормош иптәше Фәнис ағай менән ике балаға ғүмер биргән. Фирғәттәре үҙе 5 бала атаһы, кәләше менән район үҙәгендә гөрләтеп донъя көтә, Айгөлдәре Себер тарафтарында эшләй.

Ураҡай уңғандары
Ураҡай уңғандары

- Заман нисек кенә үҙгәрмәһен, ауыл халҡы һаман да элеккесә эскерһеҙ, ихлас, алсаҡ булып ҡала килә, шуныһы ҡыуаныслы. Ҙур ауылдарҙа хәлдәр, бәлки, икенсерәктер, ә бына бәләкәй ауылдарҙа халыҡ бер-береһен биш бармағы кеүек белә, йәшәй-йәшәй хатта яҡын туған һымаҡ булып китә. Ураҡайҙа халыҡ татыу, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Тырышһаң, мал аҫраһаң, ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә мөмкин, - ти Гөлнур апай.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: