Мораҙым
+2 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Января 2022, 06:44

Карантин ете көнгә тиклем ҡыҫҡартыла

Илдә COVID-19 менән ауырығандар өсөн карантин ете көнгә тиклем ҡыҫҡартыла

Добавить в предпочтительные источники Google
Карантин ете көнгә тиклем ҡыҫҡартылаКарантин ете көнгә тиклем ҡыҫҡартыла
Карантин ете көнгә тиклем ҡыҫҡартыла

Кисә COVID-19 йоҡторғандар өсөн карантин ваҡытының ике аҙнанан бер аҙнаға тиклем ҡыҫҡартылыуы билдәле булды. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советы ултырышында иғлан итте.

«Беҙ карантин ваҡытын ете көнгә тиклем ҡыҫҡартабыҙ, шулай уҡ тағы бер нисә үҙгәреш индерәбеҙ, яҡын арала улар Рәсәйҙең баш санитар табибы ҡарарҙары менән ҡабул ителергә тейеш», — тип уның һүҙҙәрен килтерә РИА Новости агентлығы.

Вице-премьер билдәләүенсә, властар хәлде күҙәтеп бара, кәрәк булған осраҡта карантин ваҡытына йәнә төҙәтмәләр индерелә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас