Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2022, 12:55

Күкрәген “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал биҙәй

 Ураҡай ауылының  ағинәйе - 1940 йылда донъяға килгән һуғыш балаһы Гөлшат Йомабай ҡыҙы Мәҡсүтова - ысын ауыл инәйҙәренә хас булғанса, алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле кеше ул! Оҙаҡ йылдар “Күгәнсен” совхозында һауынсы, аҙаҡ  10 йыл хат ташыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлшат инәйҙең күкрәген “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал биҙәй. Дауамы - сайтта

Күкрәген “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал биҙәй
Күкрәген “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал биҙәй

Һикһән йәшен ашатлаһа ла, һис тә ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай Гөлшат инәй: һаман да һарыҡ аҫрай, баҡса үҫтерә, балалары ҡайтыуға телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтарын әҙерләп ҡуя. Әйткәндәй, уның аш-һыуға булған оҫталығына, өйөнөң бөхтәлегенә хайран ҡалырлыҡ: йортонда һәр нәмә үҙ урынында, иҙәнендә бер ҡый күрмәҫһең, тәҙрә төптәрен аллы-гөллө сәскәләр биҙәй, нәҙек кенә итеп туҡмасты ла үҙе киҫә, тәмле-татлы бәлештәрен дә бешерә.

 - Тормошҡа зарланырлыҡ түгел. Тик ошо көндө аталары ғына күрә алманы, бынан 7 йыл элек мәрхүм булды. Балаларға рәхмәт, тыуған өйгә юлды һыуытмайҙар, ҡайтып ярҙам итеп торалар, - ти ул. 

 Һүҙ юҡ, ысынлап та, улдары ла, ҡыҙҙары ла әсәләрен ҡәҙерләй, ҡулдарынан килгән тиклем хөрмәт күрһәтә.

 Улар күптән инде үҙҙәре олатай-өләсәй, һәр береһе намыҫлы хеҙмәт юлын үткән. Оло ҡыҙы Зилә Түбәнге Новгород ҡалаһында төпләнгән, ул - ике бала әсәһе. Икенсе ҡыҙы Эльвира баш ҡалала “Башинформсвязь” йәмғиәтендә эшләгән, шулай уҡ ике балаға ғүмер биргән. Әйткәндәй, уның тормош иптәше Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимовты күптәр әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Сапыҡ ауылы меценанты тип белә. Өсөнсө улы Илдар эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған, ул ҡатыны Рәйлә менән Мораҡ ауылында ғүмер кисерә, шулай уҡ ике балалары бар. Кесе улы Айҙар ҡырҙа тир түгә, ул да ике бала атаһы.

 Балалары, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн дә ғәзиздәрҙән-ғәзиз кеше ул Гөлшат инәй.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттә уҡырһығыҙ.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: