Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар , 14:29

Сәлих ауылының уңғандары

Ҡайҙа тыуған -шунда ереккән тиҙәр ундайҙар хаҡында. Һүҙ Илшат Сәлихов тигән уҙаман тураһында булыр. Тамара инәй менән Зәкирйән олатайҙың ғаиләһендә тыуып, матур тәрбиә алып үҫкән. Атай-әсәйҙәре ғүмер буйы ябай эштә йөрөп, ябай ғына тормоштан да йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя көткән. Зәкирйән олатай склад мөдире булған, Тамара инәй халҡы ялға сыҡҡансы почтала эшләгән. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Намыҫлы, ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән етәкселәр алдынла ла, халыҡ алдында ла абруй яулағандар. Зәкирйән олатай хәҙер гүр эйәһе булһа ла, уның биргән ныҡлы тәрбиәһе балаларының тормошонда сағыла. Бөгөн уларҙың барыһы ла үҙ аллы йәшәйҙәр. Төпсөк уландары Илшат иһә ауылда ҡалып, ҡатыны Зөлфиә менән гөрләтеп донъя көтә, ике бала үҫтерәләр. Зөлфиә  Исем мәктәбендә уҡытып йөрөй. Илшат армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, байтаҡ йылдар Сәлих ауылы клубы мөдире лә була. Бынан ун йыл элек Мәскәү ҡалаһында үткән Башҡортостан көндәрендә Күгәрсен районы балын данлап, күргәҙмәлә ҡатнашҡан. Ишле мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәгән Сәлиховтар тырышлыҡтары менән дә башҡаларға үрнәк. 

Сәлих ауылының уңғандары

Фотолар ғаилә архивынан алынды. 

Сәлих ауылының уңғандары
Автор:Айгөл Айытҡолова