Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар , 15:20

Ир-уҙамандың эше - ил алдында

Шамил Һағынбай улы Сәлихов та үҙенең тормошон ер эше, ауыл хужалығы, техника  менән бәйләй. Ауылда тыуып үҫкән егет, армиянан ҡайтҡас та, "Исем" совхозына механизатор булып эшкә урынлаша, оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң  Тужилкин С.И. крәҫтиән (фермер) хужалығына күсә. Фиҙаҡәр хеҙмәте  етәкселек тарафынан даими баһаланып, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнеп  тора.  Тормош иптәше Рәфиә апай менән өс балаға ғүмер һәм тәрбиә биргәндәр. Өлкән улдары өйләнгән, уртансылары ҡырҙа эшләй, ҡыҙҙары Наҙгөл белем ала. Рәфиә апай хужабикә, өйҙә булһа ла бер тик ултырғанын күрмәҫһең, тиҙәр ауылдаштары. Улар ҙа, башҡалар һымаҡ ишле итеп мал көтәләр, ҡош-ҡорт үҫтерәләр, балаларына ярҙам итәләр. 

Ир-уҙамандың эше - ил алдында

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Ир-уҙамандың эше - ил алдында
Автор:Айгөл Айытҡолова