Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Января 2022, 05:42

Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт менән социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ — 8,6 процентҡа индексациялау тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим иттеПутин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте
Путин пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға тәҡдим итте

2019 йылдан ил властары был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй, тине дәүләт башлығы. Августа «Берҙәм Рәсәй» съезында ул ошо позицияны раҫланы. «Бөгөн, инфляцияның ярайһы уҡ артыуын иҫәпкә алып, был принциптан баш тартыу дөрөҫ булмаҫ ине», — тине президент.

Уның һүҙҙәренсә, әле хөкүмәттә, президент хакимиәтендә, Дәүләт Думаһында пенсияны арттырыуҙың аныҡ параметрҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә.

Автор:
Читайте нас