

Йәйге эҫеләрҙә лә, ҡыштың сатлама һыуыҡ, буранлы көндәрендә лә почтальоныбыҙ 12 км алыҫлыҡта ятҡан Воскресенка ауылынан барып алып, баҫмаларҙы халыҡҡа тарата. Уның араһында электр, газ өсөн олораҡ инәй-бабайҙарға түләшергә ярҙам итә, көнкүрештә кәрәкле әйберҙәрен дә һата.
Тормош иптәше Рәмил Тимерғәле улы – ауылдың старостаһы, Нурияның уң ҡулы, ҡатынын машина менән эшенә йөрөтә.
Бер эш тә еңел түгел, шуға ҡарамаҫтан бар күңелен биреп, дәртләнеп, янып-ярһып эшләп йөрөгән Янбаевтарға һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләге килә. Эш урыны кешене биҙәмәй, киреһенсә, кеше эш урынын биҙәй, тигән мәҡәл нәҡ улар тураһында әйтелгән кеүек.