

Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына еңеүселәрҙең исемдәрен атайбыҙ: шулай итеп, “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында яңы йылдың символы – юлбарыҫ уйынсығын Тәүәкәндән Флүрә Шәһәрова, стакандар йыйылмаһын Сәйетҡолдан Хәмдиә Байгилдина, табаны Бикбулаттан Зәбир Тимербаев отто. Фен Теләүембәттән Рәил Ғөбәйҙуллинға, миксер Мораҡтан Гөләмзә Сафинаға, электр сәйгүне Бикестән Зилә Ҡотлогилдинаға, үтек Ҡасҡындан Мөхәмәтйән Байғусҡаровҡа, блендер йыйылмаһы Сәлихтан Сәлимйән Ғәибйәновҡа сыҡты. Яңы йылдың төп бүләге – БЫҘАУ Үрге Һаҙ ауылынан Сәйҙә Насиповаға насип булды. Ошондай уҡ бүләктәр “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйнатылды, төп бүләк – быҙау Серп и Молот утарынан Анатолий Мишинға сыҡты. Ҡотлайбыҙ! Һеҙҙе редакцияла – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, ИНН, страховка таныҡлығын алырға).