Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ғинуар , 13:09

Ауылыбыҙ йәме улар

Аралбай ауылының иң оло кешеләренең береһе ул - Исҡужина Зәкиә Мәрхәм ҡыҙы, ғүмер буйы ал, ял белмәй колхозда ла эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә, медпунктта иҙән дә йыуған. Тормош иптәше Зинур Исмәғил улы (хәҙер инде мәрхүм) менән алты балаға ғүмер биргәндәр(ҡыҙғанысҡа күрә бер ҡыҙҙары йәшләй генә мәрхүмә була), уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар.Әлеге көндә Зәкиә инәй бер үҙе тора.Балалары уны ҡалдырмай, әле береһе, әле икенсеһе килеп хәлен белеп торалар. Уның ғүмере буйы йәшәгән нигеҙен ҡалдырып, ситтә йәшәгеһе килмәй, балалары саҡырһа ла күсеп бармай. Һүҙгә шаян, йомарт, алсаҡ ағинәйебеҙ ауылдың йәме булып оҙон-оҙаҡ йәшәһен тип теләге килә! Аралбайҙың уңған ҡатындарының береһе - Светлана Карпунина. Ул күп йылдар ҡалала йәшәй һәм эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-әсәһенән ҡалған тыуған нигеҙҙе һыуытмайым тип, ауылға йәшәргә ҡайта. 

Ауылыбыҙ йәме улар

"Күрше хаҡы-тәңре хаҡы "-тигән бик матур мәҡәл бар башҡорт халҡында.Үҙемдең күршеләрем хаҡында ла яҙып үтмәһәм, яҙыҡ эш булыр ул.
Ҡаршымда ғына йәшәгән күршем-ағинәйебеҙ, Исҡужина Зәкиә Мәрхәм ҡыҙына 1 ғинуар 82 йәш тулды.Ошо уңайҙан уны тыуған көнө менән ихлас ҡотлайым.Ҡоростай һаулыҡ,оҙон ғүмер,тыныс ҡартлыҡ теләйем.Ул сығышы менән үҙебеҙҙең Күгәрсен районы Биҡҡужа ауылынан, Аралбайға килен булып төшкән.
Зәкиә инәй ауылыбыҙҙың иң оло кешеләренең береһе, ғүмере буйы ал, ял белмәй колхозда ла эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә, медпунктта иҙән дә йыуған.Тормош иптәше Зинур Исмәғил улы (хәҙер инде мәрхүм) менән алты балаға ғүмер биргәндәр(ҡыҙғанысҡа күрә бер ҡыҙҙары йәшләй генә мәрхүмә була), уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар. Әлеге көндә Зәкиә инәй бер үҙе тора. Балалары уны ҡалдырмай, әле береһе, әле икенсеһе килеп хәлен белеп торалар.Уның ғүмере буйы йәшәгән нигеҙен ҡалдырып, ситтә йәшәгеһе килмәй, балалары саҡырһа ла күсеп бармай. Һүҙгә шаян, йомарт, алсаҡ ағинәйебеҙ ауылыбыҙҙың йәме булып оҙон-оҙаҡ йәшәһен тип теләге килә!
Һул яҡ күршем Светлана апай Карпунинаның да кисә генә тыуған көнө булды. Уны ла ысын күңелдән тәбрик итәм һәм иҫән-һау, балаларының, ейәндәренең хәстәрлегенә күмелеп матур ғүмер кисереүен теләйем. Ул күп йылдар ҡалала йәшәй һәм эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас , ата-әсәһенән ҡалған тыуған нигеҙен һыуытмайым тип ауылға йәшәргә ҡайта.Үҙ яйына, һәүетемсә генә донъя көтә.
Ғөмүмән, күршеләрем бына тигән, яҡты йөҙ, матур һүҙ менән ҡаршы алып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер торалар. Шатлығыбыҙ, ҡайғыларыбыҙ ҙа уртаҡ!!!

Рита АҠКИЛДИНА.

Автор:Розалия Искужина