Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар 2022, 04:35

Ғәрәп телен белеү - заман талабы

Һуңғы осорҙа ислам дине тәғлимәттәрен өйрәнеүгә йәштәрҙең, балаларҙың ылығыуын күреп, ҡыуанабыҙ. Мәсеттәрҙә ғәрәп теле курстары ла әленән-әле үткәрелеп тора. Хоҙайбирҙин ауылы имам-хатибы Рәшит хәҙрәт тә балаларға ғәрәп телен өйрәтеү буйынса дәрестәр башлап ебәрҙе.  "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған был уҡыуҙарға ғәрәп телен өйрәнә башларға теләгән өлкәндәр ҙә килә. "Дәрестәр каникул ваҡытында - көн һайын, артабан ял көндәрендә үтәсәк, ололар ҙа уҡырға килһәләр була. Уҡыусылар һаны арта барыр тип көтәбеҙ. Балаларҙың бер-нисә тел белеүе- заман талабы, ә ғәрәп теле инде ислам динен өйрәнгәндә бик кәрәкле", - ти ойоштороусылар. 

Ғәрәп телен белеү - заман талабыҒәрәп телен белеү - заман талабы
Ғәрәп телен белеү - заман талабы
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас