Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2022, 08:47

Йыл ваҡиғаһы"

Башҡорт аты –милләт ҡото Был номинацияла тағы ла бер үҙенсәлекле ваҡиғаны билдәләп китмәй булмаҫ: быйыл  Башҡорт аты көнө барлыҡҡа килде.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тәҡдим ителгән көн Хөкүмәт тарафынан да хуплау тапты һәм 17 июлдә Башҡортостанда беренсе тапҡыр Башҡорт аты көнө билдәләнде.  

Йыл ваҡиғаһы"Йыл ваҡиғаһы"
Йыл ваҡиғаһы"

Борон-борондан башҡорттарҙа йылҡы малына хөрмәтле ҡараш йәшәгән.
Ат изгелекле һәм аҡыллы хайуан тип һаналған. Атты ҡарай, тәрбиәләү белмәгән ир-ат һанланмаған, аттың башына һуғыу, туҡмау тыйылған.
✅Атҡа һуҡҡан кеше иң әшәке, иң яуыз, игелекһеҙ кеше тип иҫәпләнгән. Ярыш ваҡытында ла атты сыбыртҡы менән ҡабаландырыу хупланмаған, ә инде йүгеректең арҡаһына хөсөт менән һыҙырыуҙы бик ҡаты шелтәләгәндәр.
✅ Башҡорт халҡының атҡа ошолай һөйөп, яратып ҡарауы хөрмәтле мөнәсәбәте уның йырҙарында , эпостарында киң сағылыш тапҡан. Шәп толпарҙар төп геройҙың кәңәшсеһе, аҡыл биреүсеһе ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙамсыһы, пар ҡанаты итеп һүрәтләнә.

Йыл ваҡиғаһы"
Йыл ваҡиғаһы"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас