Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2022, 08:53

"Йыл форумы"

Яңғыраны илаһи һүҙ  Май аҙағында үткән  “XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара яҙыусылар форумы республика әҙиптәре өсөн ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле, илһамлы сараларҙың береһе булғандыр. Ике көн буйы барған был әҙәби осрашыуҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән, күрше өлкәләрҙән яҙыусылар ҡатнашты. Бөгөн Башҡортостан яҙыусылар союзында 288 әҙип иҫәпләнә, шуларҙың өсөһө – Күгәрсен районынан

"Йыл форумы""Йыл форумы"
"Йыл форумы"

Әйткәндәй, Оло Эйек буйы ла илаһи һүҙ оҫталарына ҡытлыҡ кисермәй.  Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, халыҡ шағиры Александр Филиппов, мөхәббәт йырсыһы Рәмил Йәнбәк, яугир-яҙыусы Шакир Янбаев, драматург, журналист Сәрүәр Сурина, тарихсы Әхәт Сәлихов, шағир Зөфәр Вәлит ижады менән нисәмә быуын таныш. Хәҙерге заман ижадсылары ла һөҙөмтәле эшләп килә. “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә ағзалары Хәким Алсынбаев, Зөлфиә Хәйбуллина, Тәлғәт Ишемғолов, Алһыу Хәлитова һәм башҡаларҙың ижад емештәре район һәм республика баҫмаларында даими донъя күрә.

"Йыл форумы"
"Йыл форумы"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас