

- Был еңеү – беҙҙең берҙәмлектең ҡаҙанышы! Район, ауыл, ауыл биләмәһе халҡы менән берләшеп, ысын мәғәнәһендә еңеүгә ынтылдыҡ, ныҡ тырыштыҡ.
Республика бәйгеһендә әүҙем ҡатнашып, айыҡлыҡ хәрәкәтенә дәррәү ҡушылып, ауыл тормошон йәнле лә, йәмле лә иткәне, ауылыбыҙ данын республикаға танытҡаны өсөн ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!
Еңеү һөҙөмтәһендә бирелгән аҡсалата бүләк ауылды төҙөкләндереүгә, юлдарҙы тәртипкә килтереүгә, спорт комплексы төҙөүгә йүнәлтелә. Конкурс тамамланды ла бөттө түгел, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләрендә сәләмәт тормошто пропагандалаған, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә арналған төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары, кис ултырыуҙар, социаль сирҙәр тураһында лекциялар, әңгәмәләр, рейдтар, түңәрәк өҫтәлдәр, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре, осрашыуҙар һәм башҡа әһәмиәтле башланғыстар бөгөн дә дауам итә.
Бынан тыш, быйылғы бәйгегә беҙ ауыл биләмәһенән Сәлихты сығарҙыҡ. Уларҙың да был тәңгәлдә төплө тәжрибәһе бар, ауыл халҡы берҙәм, дәртле. Эскелек менән көрәшерлек сәбәптәр был ауылда юҡ.
“Беҙ ауылды төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, матурлау өсөн еңеүгә ынтылабыҙ”, - ти сәлихтар. Мин дә, Исем ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, улар менән килешәм һәм Яңы йыл беҙгә тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәһе итеп, яңынан-яңы еңеүҙәре, оло ҡаҙаныштары менән килһен ине тип теләйем, -ти Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова.