

Яңы йыл байрамдары дауам итә. Бәләкәй генә Вәлит ауылына ла бурандарын борхотоп, ап-аҡ ҡарҙарын яуҙырып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу байрамға килеп киткән. Ауылдағы барса халыҡ - ололар ҙа, кескәй балалар ҙабуран сығып тороуына ҡарамаҫтан, балалар майҙансығындағы шыршы- ҡупшы янына дәррәү йыйылған. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Мәскәй әбей ҡунаҡтар эргәһенә аттарҙа ғына килеп төшкән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ҡотлау һүҙҙәренән һуң, ололар ҙә, кескәйҙәр ҙә шыршы тирәләй бейегән. Артабан кескәйҙәр Ҡыш бабайға үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп, тәмлекәстәр алып ҡыуанғандар. Ауыл халҡы төрлө уйындар уйнап, йырлап- бейеп күңел асҡан. Байрам күмәкләшеп сәй эсеү менән тамамланған. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға рәхмәт әйтеп, бер- береһенә изге теләктәр, илебеҙгә, йорттарыбыҙға именлек, бәрәкәт- муллыҡ теләп таралышты ауылдаштар.