Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2022, 07:26

Яңы йыл бүләге

Яңы йыл алдынан кескәйҙәр генә түгел, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә мөғжизәгә ышана. Иҫке йыл үтеп барғанда өмөт-хыялыңдың ысынбарлыҡҡа әүерелеүе, йәғни дәүләт яғынан яҡлау табып, яңы фатирға эйә булыуың ысынлап та ҙур мөғжизәлер...

Эйе, яңы йылға ике-өс көн генә ҡалған мәлдә, район хакимиәтендә ауыр тормош хәлендә ҡалған бер төркөм граждандарға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.

Район етәксеһе Ғайса Янбаев  ағымдағы йылда республика бюджетынан бүленгән аҡсаға 1996 йылдың 21 декабрендәге “Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар һәм йәтимдәрҙе социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһындағы” 159-сы һанлы Федераль законға ярашлы,районда 8 фатир алыныуын билдәләне. Шулай уҡ 1995 йылдың 24 ноябрендәге“Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы яҡлау тураһындағы” 181-се Федераль закон нигеҙендә 2021 йылда үҙенсәлекле төркөмгә ҡараусы граждандар өсөн 2 фатир алынған.

Ғайса Ғилметдин улы Наталья Поповаға, Злата Морозоваға, Флүрә Ишбаеваға (ышаныс ҡағыҙы менән Фәһим Ишбаевөсөн алды) һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән төркөмгә ҡараған Әлмирә Әбдрәхимоваға (Фәнил Әбдрәхимовтың опекуны), Олег Черкашинға фатир асҡыстары тапшырҙы. Тантана сәбәпселәрен ҡотлап, был бүләктең мәнфәғәтен күреүҙәрен, иҫән-имен булыуҙарын, йәштәргә матур ғаилә ҡороп, сәләмәт балалар табып, яңы йылда яңы шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүҙәрен теләне.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас