

Күптәр – балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә Яңы йылдан мөғжизә көтә. Билдәле булыуынса, йылдың һуңғы айҙарында 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторола. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров башҡорт телендә сыҡҡан милли баҫмаларға ярҙам итеү, үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән гәзиттәрҙе пропагандалау маҡсатында йыл да гәзиттәргә яҙылыу ойоштора. Был матур йоланан тайпылмайынса, быйыл да депутат күп, физик мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә “Мораҙым” гәзитенә яҙылыу бүләк итте. Тантанала Мораҡ ауылында йәшәүсе Гүзәл Исҡужина менән Гөлгөнә Сыңғыҙова, Исемдән Гөлнара Ғәликәева, Хоҙайбирҙиндән Резеда Казбулатова һәм Аҙнағолдан Вәсил Алсынбаевтарға ярты йылға яҙылыу квитанциялары тапшырылды. Ә мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан әүҙем тормош алып барған, уҡыуҙа ла, музыка өлкәһендә лә һынатмаған Шамил Исҡужин депутаттан тәмле күстәнәс алып ҡыуанды.