Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2021, 10:22

Депутат ҡулынан – лайыҡлы наградалар, бүләктәр

Декабрҙең һуңғы көндәре һәр саҡ тантаналарға – йыл йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәлә әүҙем эшләгәндәрҙе  билдәләп үтеүҙәргә бай була. Көндөң икенсе яртыһында Зариф Байғусҡаров район активы – ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл Советы депутаттары менән осрашты. Зариф Закир улы “Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ярҙам иткәндәре өсөн” Ҡасҡын ауылынан Айҙар Ҡанһөйәровҡа, Евдокия Игликоваға рәхмәт хаттары һәм Миңһылыу Ибраһимоваға ҡул сәғәте тапшырҙы.

Депутат ҡулынан – лайыҡлы наградалар, бүләктәрДепутат ҡулынан – лайыҡлы наградалар, бүләктәр
Депутат ҡулынан – лайыҡлы наградалар, бүләктәр

Декабрҙең һуңғы көндәре һәр саҡ тантаналарға – йыл йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәлә әүҙем эшләгәндәрҙе  билдәләп үтеүҙәргә бай була. Көндөң икенсе яртыһында Зариф Байғусҡаров район активы – ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл Советы депутаттары менән осрашты. Зариф Закир улы “Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ярҙам иткәндәре өсөн” Ҡасҡын ауылынан Айҙар Ҡанһөйәровҡа, Евдокия Игликоваға рәхмәт хаттары һәм Миңһылыу Ибраһимоваға ҡул сәғәте тапшырҙы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас