

Һәр йылды Шыршы байрамдары бай йөкмәткеле булып, сағыу төҫтәрҙә уҙа. Быйыл да ул мөғжизәләргә, яҡты мәлдәргә бай булды. Балаларға төрлө әкиәт персонаждары (район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре) менән тылсымлы әкиәт иленә сәйәхәт итеү бик оҡшаны. Яңы йыл хужаһы – Юлбарыҫты эҙләп табыу маҡсатында Африка ерҙәренә барып етеүе Мәсекәй әбей әйткәнсә “секундлыҡ эш” булманы. Оҙайлы “сәйәхәт” барышында уҡыу алдынғыларын уйнатырға, бейетергә лә онотманылар. Азалия Шәһәрова менән Нәзилә Әбдрәхимова, Ғайсар Азаматов башҡарыуында Яңы йыл йырҙары күңелдәрҙе наҙланы. ...Ниһайәт, ҡыҙыҡлы йомаҡтарҙы сисеп, Африка киңлектәрендә тап булған Бармалейҙың кәйефен күтәргәс, өр-яңы йылдың төп Хужаһын тәбрикләү бәхете лә тейҙе.
Мауыҡтырғыс тамашанан һуң, район етәксеһе Ғайса Янбаев уҡыуҙа, спортта, һәм башҡа өлкәлә һис һынатмаған һәләтле уҡыусыларҙы ихлас тәбрикләп үтте. “Һеҙ иң әүҙемдәр, иң өлгөрҙәр, илебеҙҙең киләсәге - һеҙҙең ҡулдарҙа! Иң мөһиме – алдынғылыҡты бирмәҫ, яңы үрҙәр яулар өсөн һаулығығыҙ ныҡ булһын!” – тип, уларға аҡ теләктәрен еткерҙе. Артабан илдәге яңы заман сиренә бәйле индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтәһендә быйыл уҡыу алдынғыларының Кремль һәм Өфө ҡалаһында уҙған Шыршы байрамдарын күрә алмауҙарын билдәләп, унда ҡатнашырға тейешле 8 уҡыусыға республика Башлығының Яңы йыл күстәнәстәрен тапшырҙы.
Йәмле Шыршы байрамында балалар үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡулынан тәмлекәстәр алыу бәхетенә эйә булды. Аҙаҡ район хакимиәте башлығының яңы йыл күстәнәсен алып та ҡыуанды улар.
Шыршы байрамынан алған яҡты тәьҫораттары оҙаҡ күңелдәрен йылытыр, яңы тыуасаҡ Юлбарыҫ йылында яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт бирер үҙҙәренә, тип ышанғы килә.