Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2021, 09:56

Эштәре уңышлы бара

Мораҡ ауылында “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте ойошторолоуға 20 йыл тулыу айҡанлы һәм уҙған йылға йомғаҡ яһап, хужалыҡ алдынғыларын тәбрикләү маҡсатында тантаналы сара ойошторолдо.

Эштәре уңышлы бараЭштәре уңышлы бара
Эштәре уңышлы бара

Һәр коллективтың төп байлығы – эшсәндәр. Баш агроном Дауыт Сәйетбатталов етәкселегендә көн-төн баҫыуҙарҙа механизаторҙар - Миңлеғәли һәм Илшат Рысаевтар, Анатолий Мельников, Михаил Горянин, Виктор Суняйкин, Александр Пустошинский, Филүс Үлмәҫбаев, Әнүәр Ишбаев, Әлтәф Айдапкилов, Айнур Аҡкилдиндар тир түгә.  

 2015 йылда беҙгә тапшырылған Ҡаран һөт-тауар фермаһында йыл да 400 баш тирәһе мал иҫәпләнә, уның 130-160-ы - һыйырҙар. Һауынсылар Елена һәм Ольга Черновалар, Гөлнара Гераськина, Валентина һәм Наталья Андреевалар, Фәймә Әбделмәнова, быҙау ҡараусы – Римма Ибраһимовалар үҙ эштәрен намыҫ менән башҡаралар. Мөдир Сергей Сурков етәкселегендә малсылар Илфат Собханғолов, Хәниф Диңгеҙбаев, Фәнил Якиев, Рауил Илмөхәмәтов, ветеринар Нәғим Ҡотлоғужин тырышып эшләйҙәр.

 Әле мәлдә хаҡлы ялда булған эшсәндәр Г.Ивойлова, З.Фәйзуллина, Ф.Сафина, К.Мәжитов, М.Мусин, М.Әбйәлилов, Ф.Килсенбаев, А.Нурмөхәмәтов, А.Студзинский һәм башҡалар хужалыҡты булдырыуға ҙур өлөш индерҙе.

 Беҙҙең коллектив матур эшләй һәм йыл һайын етештереү күрһәткестәрен арттыра. Дөйөм эшкә индергән өлөшөгөҙ өсөн һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тип йомғаҡланы һүҙен Айрат Рауил улы.

 Коллектив эшсәндәрен район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ихлас күңелдән ҡотланы, предприятиеның юбилейы уңайынан “Күгәрсен агросәнәт берекмәһе” йәмғиәте етәксеһе Айрат Болғаировҡа ҡотлау һәм рәхмәт хатын тапшырҙы. Йыл йомғаҡтары буйынса уңыш ҡаҙанған бер төркөм эшсәндәр, производство ветерандары ҡиммәтле бүләктәр (көнкүреш техникаһынан алып быҙауға тиклем!), аҡсалата премиялар менән билдәләнде. 

 Йыйылыусылар алдында предприятиеның баш агрономы Дауыт Сәйетбатталов, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Фәнис Сәйфетдинов, баш зоотехнигы Ғәли Айытов сығыш яһаны, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың, район мәҙәниәт һарайы артистарының сығыштары ауыл уңғандары күңеленә хуш килде.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас