Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2021, 10:34

"Юнармия" сафы ун патриотҡа артты

“Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте беҙҙең районда хәҙер 160 үҫмерҙе берләштерә.  Яҙғы саҡырылышҡа әҙерләнеүсе буласаҡ һалдаттарҙың 10-һы тап бөгөн, Башҡортостан республикаһы Конституцияһы көнөндә, “Юнармия” сафына баҫты.  Район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Артур Әбдрәхимов был хәрәкәттең ниндәй маҡсатта булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, егеттәрҙе тәбрикләп үтте, уларға “юнармеец” түш билдәһен тапшырҙы. 

"Юнармия" сафы ун патриотҡа артты"Юнармия" сафы ун патриотҡа артты
"Юнармия" сафы ун патриотҡа артты

  Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Гөлгөнә Рафиҡова, “Юнармия” хәрәкәтенең урындағы етәксеһе Айҙар Ҡолтаев та буласаҡ һалдаттарҙы иҫтәлекле көн, тантаналы байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотланы.

 Фәһемле сарала патриотик йөкмәткеле шиғырҙар, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. “Юнармеецтар” һәр саҡ ил һағында, тыныслыҡ һағында уяу торорға, киләсәктә Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас