+23 °С
Облачно


Санъяп ауыл биләмәһендә йыл да Яңы йыл байрамы алдынан ихаталарҙы биҙәү буйынса конкурс иғлан ителә. Уңған хужа-хужабикәләр йорт-ихатаһын күркәм итеп биҙәй, йәки ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар яһай. Иң-иңдәргә Яңы йыл байрамына арналған тамашала бүләктәр тапшырыла.
Санъяп ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Азат Шәриповтарҙың йорто эргәһендә байрам һулышы күптән һиҙелә. Улар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм киләһе йылдың символы – Юлбарыҫты эшләп тә ҡуйған. Афарин!