

Арабыҙҙа шундай оҫталар бар – уларҙың ҡулдары тыуҙырған матурлыҡ хатта иң зауыҡлы кешеләрҙе лә хайран ҡалдырыр. Һапаш ауылынан Эдуард Фәтҡуллин эшләгән ҡапҡа, ҡоймалар ҙа күргәҙмәләрҙә урын алырлыҡ!
Был эшкә ныҡлап тотоноуына бер-ике йыл самаһы ғына ваҡыт уҙыуына ҡарамаҫтан, егет ярайһы уҡ тәжрибә туплап, эштең нескәлектәрен бар яҡлап өйрәнеп өлгөргән. Ул эшләгән ҡапҡа-ҡоймаларҙы Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары ауылдарында ла күрергә була. Ул район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә тимерҙән сүкеп художестволы элементтар һәм изделиелар эшләү буйынса проектын тәҡдим итте.
Эдуард Бәҙретдин улы киләсәктә эшен йәйелдерергә, шулай уҡ бер нисә ауылдашын эшле итергә ниәт ҡора.