Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2021, 04:26

Халыҡ район яҙмышына битараф түгел

Уҙған шаршамбы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев менән “тура эфир” үткәрелде. Район етәксеһе халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Халыҡ район яҙмышына битараф түгелХалыҡ район яҙмышына битараф түгел
Халыҡ район яҙмышына битараф түгел

Район халҡынан килгән мөрәжәғәттәргә күсер алдынан Ғайса Ғилметдин улы уҙып барған йылға йомғаҡ яһап, ҡыҫҡаса райондың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләренә туҡталды, эшләгән эштәрҙе, уңыштарҙы барланы.

 Ғайса Ғилметдин улы ике сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә 30-ҙан артыҡ һорауға яуап бирҙе. Газификация темаһын дауам итеп, Һикһәнбай ауылына, Васильевка утарына ҡасан газ булыуын һоранылар, район етәксеһе был йүнәлештә эш алып барабыҙ, тине.  Бассейнда һыуҙың һалҡын булыуына, районда һырғалаҡтар кәрәклегенә асыҡлыҡ индерелде. Мораҡтағы бөтә биналарҙың дөйөм ҡаҙанлыҡтан йылытылыуы арҡаһында бассейндың йылынып өлгөрә алмауы ( көндәр ҙә йылы тора), шуға күрә киләһе йылдарҙа социаль объекттарҙы блоклы ҡаҙанлыҡтарға күсереү мөһим икәне тағы ла бер һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ә районда балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең генә Мораҡ, Йомағужа, Теләүембәт һәм Тәүәкән ауылдарында 4 һырғалағы булыуы асыҡлап кителде.  Кузьминовка ауылында мобиль элемтә һәм интернет бәйләнеше юҡлығын күтәрҙеләр, киләһе йылдарҙа Исем, Күгәрсен, Александровка, Подгорный, Ерекле, Ҡанаҡас, Кузьминовка ауылдарына проектҡа ярашлы интернет үткәреләсәк.  “Күп балалы ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре булмаймы?” тигән һорауға ла яуап бирелде. 5 һәм унан күберәк балалары булғандарға, инвалид бала тәрбиәләүселәргә “Ғаилә” үҙәге бүләктәр әҙерләй, йыл да уҡыу алдынғылары һәм төрлө өлкәлә уңыштарға өлгәшкән һәләтле балаларға Башҡортостан Башлығы һәм район хакимиәте башлығының бүләктәре тапшырыла, быйыл 9 бала республика етәксеһе, 80 бала район етәксеһе бүләктәренә лайыҡ буласаҡ. Шулай уҡ социаль приют һәм балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларға йыл да бүләктәр бирелә.  Һатлыҡ ауылына яңы медпункт кәрәк, клуб менән китапхана ла насар хәлдә, тип мөрәжәғәт иттеләр. Алдағы йылдарҙа бында клуб, ФАП һәм китапхананы берләштергән яңы бина төҙөү планда бар, тигән яуап булды.  Мораҡ ауылына урам автобусы кәрәк булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алдылар, ул проблема ла оҙаҡламай хәл ителер тип көтөлә, бер эшҡыуар киләһе йылда Мораҡ эсендә 4 маршрут автобусы ебәрергә ниәтләй.  Мораҡ-Побоище юлының асфальт түшәлмәгән участкаһына уны ҡасан һалып бөтөрөүҙәренә лә асыҡлыҡ индерелде, 2022 йылда юлдың ҡалған 2,6 километрына асфальт түшәп ҡуйырға тейештәр.  Гавриловка, Буҫтыбай, Үрге Сирбай ауылдары йәй һайын туҙанға күмелә, ул һорау ҡасан хәл ителер, тип һораусылар ҙа булды. Транзит юл үткән ауылдарға хас булған проблеманы яҡшы беләбеҙ, улар мотлаҡ рәүештә тәү сиратта хәл ителергә тейеш.  Йәйәүлеләр өсөн үҙәктән Совхоз биҫтәһенә тиклем тротуар, Мәләүез күп һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы биналарына ремонт кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Йәмәғәт урындарын тәртиптә тотоу өсөн кем яуаплы булыуы асыҡланды, өлкәндәр өсөн социаль туризмды булдырыу һорауы күтәрелде.  Ишбирҙе ауылына фельдшер, Мораҡтың Комсомол, Йомағужа биләмәһенә ҡараған Олотөп утарына асфальт һалыуҙарын һорап мөрәжәғәт итеүселәр булды.  Етемдәргә квартира биреү, күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡса бүлеү мәсьәләһенә лә туҡталып кителде.  Эйе, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡты борсоған күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде, район етәксеһе бер мөрәжәғәтте лә яуапһыҙ ҡалдырманы. Һорауҙарҙың күп булыуы, районда йәшәүселәрҙең борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүе, яуап эҙләүе, бергәләп хәл итергә тырышыуы халыҡтың район, ауылдары яҙмышына, уның киләсәгенә битараф түгеллеген күрһәтә. Ҙурмы, бәләкәйме - проблемалар хәл ителер, иң мөһиме, үҙебеҙ иҫән-имен булайыҡ!  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас