

Әлмир Әхмәҙулла улы Теләүембәт ауылында тыуып үҫкән, шунда уҡ урта белем алған, аҙаҡ Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Мәскәү өлкәһендә Озернинск дәүләт урман-һунарсылыҡ хужалығының Никольск урмансылығында техник булып хеҙмәт юлын башлаған.
Йәш белгес Башҡортостан ауыл хужалығы инсититутында белем ала. 1991 йылда Башҡорт АССР-ының тәбиғәтте һаҡлау буйынса Күгәрсен районы комитеты рәйесе булып эш башлай.
1993 йылда уны Күгәрсен урмансылығына урман менән файҙаланыу буйынса инженер итеп эшкә күсерәләр, 2005 йылда “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына директор итеп тәғәйенләйҙәр. 2008 йылда Күгәрсен урмансылығына директор итеп күсерелә, бөгөнгө көндә лә ул ошонда, директор урынбаҫары булып эшләй.
Әлмир Әхмәҙулла улының барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың урман байлығын һаҡлау, арттырыу менән бәйле. Яҡташыбыҙҙы маҡтаулы исем алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға эшендә уңыштар теләйбеҙ!